Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙманы нисек аңларға?

Изге Яҙманы нисек аңларға?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙманың үҙендә уны аңларға ярҙам итеүсе күп асҡыстар бар. Белемегеҙ һәм сығышығыҙ ниндәй генә булмаһын, Изге Яҙмалағы Алла хәбәре «ауыр ҙа, ирешмәҫлек тә түгел» (Ҡанун 30:11).

Изге Яҙманы аңларға ярҙам иткән асҡыстар

  1.   Дөрөҫ ҡараш. Изге Яҙманың Алла Һүҙе икәнен онотмағыҙ. Баҫалҡы булығыҙ, сөнки Алла ғорурҙарға ҡаршы тора (1 Фессалоникаларға 2:13; Яҡуб 4:6). Шул ул ваҡытта һуҡыр иманлы булмағыҙ — Алла аҡылығыҙҙы ҡулланыуығыҙҙы теләй (Римдарға 12:1, 2).

  2.   Зирәклек һорап доға ҡылығыҙ. «Үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5). Алланың Һүҙен аңлар өсөн, унан зирәклек һорау яҡшы булыр (Яҡуб 1:5).

  3.   Регуляр рәүештә өйрәнегеҙ. Әгәр һеҙ һирәк кенә түгел, ә регуляр рәүештә өйрәнһәгеҙ, Изге Яҙманы өйрәнеү уңышлыраҡ булыр (Ешуа 1:8).

  4.   Темалар буйынса өйрәнегеҙ. Темалар буйынса өйрәнеү, йәғни Изге Яҙмалағы билдәле бер теманы тикшереү — был уның нимәгә өйрәткәнен аңлар өсөн яҡшы ысул. Уның «башланғыс өлөштәрен»ән башлағыҙ һәм яйлап ҡатмарлыраҡ тәғлимәттәргә күсегеҙ (Еврейҙарға 6:1, 2). Аяттарҙы бер-береһе менән сағыштырып, Изге Яҙманың бер өлөшө икенсе өлөшөн, хатта «аңлауы ауыр булған» урындарын, аңлата икәнен күрерһегеҙ (2 Петр 3:16).

  5.   Ярҙам ҡабул итегеҙ. Изге Яҙма беҙҙе уның тәғлимәттәрен дөрөҫ аңлаған кешеләрҙең ярҙамын ҡабул итергә өндәй (Ғәмәлдәр 8:30, 31). Йәһүә шаһиттары Изге Яҙманы бушлай өйрәнер өсөн программа тәҡдим итә. Улар, беренсе мәсихселәр кеүек, Изге Яҙма ысынлап та нимәгә өйрәткәнен Изге Яҙманың үҙе ярҙамында аңлата (Ғәмәлдәр 17:2, 3).

Бының өсөн нимә кәрәкмәй

  1.   Юғары интеллект һәм махсус белем. Ғайса Мәсихтең ун ике илсеһе, ҡайһы берәүҙәр уларҙы «белемдәре аҙ булған... ябай ғына» кешеләр тип һанауға ҡарамаҫтан, Изге Яҙманы яҡшы аңлаған һәм башҡаларға аңлатҡан (Ғәмәлдәр 4:13).

  2.   Аҡса. Изге Яҙманы өйрәнер өсөн аҡса кәрәкмәй. Ғайса шәкерттәренә былай тип әйткән: «Бушлай алдығыҙ — бушлай бирегеҙ» (Матфай 10:8).