Төп мәғлүмәткә күсеү

Алланың исеме бармы?

Алланың исеме бармы?

Изге Яҙманан яуап

 Һәр кемдең исеме бар. Шулай булғас, Алланың да исеме булырға тейеш түгелме ни? Дуҫтар, ғәҙәттә, бер-береһенә исем менән өндәшә. Тимәк, Алла менән дуҫлашыр өсөн беҙгә уның исемен белергә кәрәк, шулай бит?

 Изге Яҙмала Алланың: «Мин Йәһүә. Был — минең исемем», — тигән һүҙҙәре яҙылған (Ишағыя 42:8). Уның «Ҡөҙрәтле Алла», «Хаким», «Булдырыусы» кеүек титулдары күп, әммә үҙ хеҙмәтселәренә хөрмәт күрһәтеп, ул үҙенә шәхси исеме менән өндәшергә рөхсәт итә (Башланмыш 17:1; Ғәмәлдәр 4:24; 1 Петр 4:19).

 Изге Яҙманың күп тәржемәләрендә Алланың исеме Сығыш 6:3-тә осрай. Унда былай тиелгән: «Мин Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡупҡа Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла булараҡ күренгән инем, ләкин уларға Йәһүә тигән үҙ исемем менән асылһам да, тулыһынса асылмаған инем».

 Башҡорт телендә Алла исеме Йәһүә тип әйтелә. Ҡайһы бер ғалимдар «Яхве» тигән форманы күберәк ҡулланһа ла, «Йәһүә» тигән вариант киңерәк таралған. Изге Яҙманың тәүге өлөшө боронғо еврей телендә яҙылған булған, ә ул телдә уңдан һулға яҙғандар. Алла исемен яҙыр өсөн ошондай дүрт тартынҡы хәреф — יהוה ҡулланылған. Еврей алфавитының был дүрт хәрефе башҡортса ЙҺВҺ тип уҡыла һәм тетраграмматон тип атала.