Төп мәғлүмәткә күсеү

Аллаға ышанған кеше мотлаҡ рәүештә берәй дини ойошмала торорға тейешме?

Аллаға ышанған кеше мотлаҡ рәүештә берәй дини ойошмала торорға тейешме?

Изге Яҙманан яуап

 Эйе. Алла кешеләрҙең уға табыныр өсөн бергә йыйылыуын теләй. Изге Яҙмала: «Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек. ...Бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ», — тиелгән (Еврейҙарға 10:24, 25).

 Ғайсаның һүҙҙәренән уның шәкерттәренең берҙәм төркөм булырға тейешлеге күренә. Ул былай тигән: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (Яхъя 13:35). Ундай яратыу иң беренсе сиратта Мәсих шәкерттәренең үҙ-ара тығыҙ аралашыуынан күренергә тейеш. Улар йыйылыштар ойошторорға һәм Аллаға табыныр өсөн даими рәүештә осрашыуҙар үткәрергә тейеш (1 Коринфтарға 16:19). Ә донъялағы бөтә йыйылыштар бергә иһә халыҡ-ара ҡәрҙәшлекте тәшкил итергә тейеш (1 Петр 2:17).

Дини ойошмала тороу ғына етерлек түгел

 Изге Яҙмала, Аллаға табыныр өсөн бергә йыйылырға кәрәк тиелһә лә, Алла хуплауын алыр өсөн шул еткән, тип әйтелмәгән. Кешенең иманы уның көндәлек тормошона тәьҫир итергә тейеш. Мәҫәлән, Изге Яҙмала былай тиелгән: «Алла Ата ҡаршыһында саф, тапланмаған табыныу — бәләгә ҡалған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрләү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул» (Яҡуб 1:27).