Төп мәғлүмәткә күсеү

Ендәр ысынлап та бармы?

Ендәр ысынлап та бармы?

Изге Яҙманан яуап

 Эйе. Ендәр — ул Аллаға ҡаршы сыҡҡан рухи заттар, «гонаһ ҡылған фәрештәләр» (2 Петр 2:4). Шайтан Иблис — иң беренсе ен булып киткән фәрештә. Изге Яҙмала ул «ендәр башлығы» тип аталған (Матфай 12:24, 26).

Нух көндәрендәге фетнә

 Изге Яҙмала фәрештәләрҙең Нух көндәрендәге Туфан алдынан булған фетнәһе хаҡында бәйән ителә. Унда былай тиелә: «Кешеләрҙән тыуған ҡыҙҙарҙың матурлығын күреп, күктәге тылсымлы заттар уларҙы үҙҙәренә ҡатын итеп алды» (Башланмыш 6:2). Күктә «бирелгән... торлаҡтарын ташлап киткән» ул яуыз һәм гонаһлы фәрештәләр, ҡатындар менән енси мөнәсәбәткә инер өсөн, кеше тәндәре алған (Йәһүҙә 6).

 Туфан башланғас, был фетнәсел фәрештәләр, кеше тәндәрен ташлап, яңынан күккә әйләнеп ҡайтҡан. Әммә Алла уларҙы үҙенең күктәге ғаиләһенә ҡабул итмәгән. Шулай уҡ улар үҙҙәренә кеше тәне бүтән булдыра алмай, был уларға бирелгән язаның бер өлөшө (Ефестарға 6:11, 12).