Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала асыу тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала асыу тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙма буйынса, тыйылғыһыҙ асыу барыһына ла — асыуланған кешенең үҙенә лә, уның эргәһендәгеләргә лә зыян килтерә (Ғибрәтле һүҙҙәр 29:22). Ҡайһы саҡта асыуланырға нигеҙле сәбәптәребеҙ булһа ла, Инжилдә, асыуын тыймаған кешеләр ҡотола алмаясаҡ, тип әйтелә (Галаттарға 5:19—21). Изге Яҙмала асыуҙы йүгәнләргә ярҙам иткән принциптар бар.

 Асыуланыу һәр ваҡыт насармы?

 Юҡ. Ҡайһы бер осраҡтарҙа асыу нигеҙле булырға мөмкин. Мәҫәлән, Алланың тоғро хеҙмәтсеһе Ниҡәмиҙең, имандаштарын йәберләүҙәре тураһында ишеткәс, бик асыуы килгән (Ниҡәми 5:6).

 Ҡайһы саҡта Алла асыулана. Мәҫәлән, элек израилдәр уның менән килешеүен боҙоп, ялған илаһтарға табына башлағас, Йәһүәнең уларға бик ныҡ асыуы килгән (Хөкөмсөләр 2:13, 14). Шулай ҙа асыу Йәһүә Алланың төп сифаты түгел. Уның асыуы һәр саҡ нигеҙле һәм уның контроленән сыҡмай (Сығыш 34:6; Ишағыя 48:9).

 Ниндәй асыу дөрөҫ түгел?

 Тыйылғыһыҙ һәм нигеҙһеҙ асыу дөрөҫ түгел. Камил булмаған кешеләргә йыш ҡына тап шундай асыу хас. Бына бер нисә миҫал.

  •   Ҡабилдың, Алла уның ҡорбанын ҡабул итмәгәс, бик ныҡ асыуы килгән. Ул асыуына көсәйергә һәм үҙен ағыуларға юл ҡуйған. Шуның арҡаһында Ҡабил үҙенең ҡустыһын үлтергән (Башланмыш 4:3—8).

  •   Юныс пәйғәмбәрҙең, Алла Ниневия кешеләренә шәфҡәт күрһәткәс, асыуы сыҡҡан. Хоҙай Юнысҡа уның хаҡ булмауын һәм тәүбә иткән кешеләрҙе йәлләргә кәрәклеген аңлатҡан (Юныс 3:10—4:1, 4, 11) a.

 Был миҫалдарҙан күренгәнсә, камил булмаған кеше «асыулы сағында Алла теләгәнде эшләмәй» (Яҡуб 1:20).

 Асыуҙы нисек еңергә?

  •   Тыйылғыһыҙ асыуҙың ҡурҡыныс икәнен танығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр, асыуҙы тышҡа сығарыу көслө булыуҙы күрһәтә, тип уйлай. Ысынында иһә, асыуҙы тыя алмау — етди етешһеҙлек. «Үҙ-үҙен ҡулда тота алмаған кеше — емерек стеналы бер ҡала ул», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Ғибрәтле һүҙҙәр 25:28; 29:11). Ә үҙ асыуына баш булырға өйрәнгән кеше, киреһенсә, көслө һәм үтә күреүсән (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:29). Изге Яҙмала былай тиелә: «Ярһырға ашыҡмаған кеше көслө кешенән... яҡшыраҡ» (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:32).

  •   Үкенерлек берәй эш эшләмәҫ борон, асыуығыҙҙы тыйығыҙ. «Асыуыңды тый, ярһыуыңды баҫ», — тип әйтелә Зәбур 37:8-ҙә. Артабан унда: «Күңелһеҙләнеп китмә һәм яманлыҡ ҡылырға керешмә», — тиелә. Тимәк, беҙ һәр ваҡыт нисек эш итергә икәнен һайлай алабыҙ. Хатта асыулы саҡта ла, үҙебеҙҙе ҡулға алып, яманлыҡ ҡылмаҫҡа көсөбөҙ етә. Ефестарға 4:26-ла: «Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ», — тип яҙылған.

  •   Асыуығыҙ ҡайнай башлаһа, китергә тырышығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Ыҙғыштың башланыуы һыуға юл асыу кеүек. Талаш ҡупҡансы, унан китергә тырыш» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:14). Ҡаршылыҡтарҙы тиҙ арала яйға һалыу яҡшыраҡ булһа ла, тыныс ҡына һөйләшә алыр өсөн, моғайын, тәүҙә һеҙгә һәм икенсе кешегә һыуынырға кәрәк булыр.

  •   Факттарға таянып эш итегеҙ. «Төшөнә белеү кешенең асыуын баҫа», — тип әйтелә Ғибрәтле һүҙҙәр 19:11-ҙә. Һығымта яһар алдынан, билдәле бер хәлгә ҡағылған бөтә факттарҙы ла тикшерергә кәрәк. Әгәр һәр яҡтың фекерен иғтибар менән тыңлаһаҡ, беҙҙе нигеҙһеҙ асыу биләп алыу ихтималлығы кәмер, моғайын (Яҡуб 1:19).

  •   Күңел тыныслығы һорап доға ҡылығыҙ. Доға һеҙгә «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге» тойорға ярҙам итә ала (Филиптарға 4:7). Доға — Алланың изге рухын алыуҙың төп ысулдарының береһе, ә изге рух беҙгә именлек, сабырлыҡ һәм тотанаҡлыҡ кеүек сифаттар үҫтерергә ярҙам итә (Лука 11:13; Галаттарға 5:22, 23).

  •   Кем менән аралашырға икәнен ентекләп һайлағыҙ. Беҙ кем менән аралашабыҙ, шуларға оҡшаш булып китәбеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20; 1 Коринфтарға 15:33). Шуға күрә Изге Яҙманың былай тип киҫәтеүе бер ҙә ғәжәп түгел: «Ҡыҙыу холоҡло кеше менән дуҫлашма, тиҙ ярһып китеүсән кеше менән аралашма». Ни өсөн? «Юғиһә, уның юлдарына өйрәнеп, йәнеңде тоҙаҡҡа төшөрөрһөң» (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:24, 25).

a Күрәһең, Юныс Алланың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған һәм асыуын еңгән, сөнки Алла уны Изге Яҙманың бер китабын — уның исемен йөрөткән китапты яҙыр өсөн ҡулланған.