Төп мәғлүмәткә күсеү

Утлы күл нимә ул?

Утлы күл нимә ул?

Изге Яҙманан яуап

 Утлы күл — ул мәңгелеккә юҡҡа сығарылыу символы, йәғни шул уҡ йәһәннәм була. Әммә ул тамуҡ түгел, сөнки тамуҡ кешелектең дөйөм ҡәберен аңлата.

Тура мәғәнәләге күл түгел

 «Утлы күл» Изге Яҙмалағы биш аятта иҫкә алына. Был аяттарҙан күренеүенсә, һүҙ тура мәғәнәләге күл хаҡында түгел, ә символик урын хаҡында бара (Асылыш 19:20; 20:10, 14, 15; 21:8). Утлы күлгә кемде йә нимәне ташлаясаҡтар?

  •   Иблисте (Асылыш 20:10). Иблис рухи шәхес булғас, тура мәғәнәләге ут уға зыян килтерә алмай (Сығыш 3:2; Хөкөмсөләр 13:20).

  •   Үлемде (Асылыш 20:14). Уны тотоп алып ҡайҙалыр ырғытып булмай, үлем — ул эшмәкәрлектең һәм йәшәүҙең юҡҡа сығыуы (Вәғәзсе 9:10). Үлемде тура мәғәнәлә яндырыу мөмкин түгел.

  •   «Януарҙы» һәм «ялған пәйғәмбәрҙе» (Асылыш 19:20). Былар тик символ ғына, шулай булғас, улар ташланасаҡ күл дә — символ, тигән һығымта яһау дөрөҫ булмаймы ни? (Асылыш 13:11, 12; 16:13).

Мәңгелеккә юҡҡа сығыу символы

 Изге Яҙмала үлемдең ике төрө тураһында әйтелә. Утлы күл хаҡында «был — икенсе үлем» тиелә (Асылыш 20:14; 21:8). Беренсе үлем иһә — Әҙәмдән күскән гонаһ арҡаһындағы үлем. Ундай үлем менән үлгәндәр терелергә мөмкин. Алла үҙ ваҡытында ундай үлемде юҡҡа сығарасаҡ (1 Коринфтарға 15:21, 22, 26).

Символик утлы күлдән ҡотолоу юҡ

 Утлы күл «икенсе үлемде» символлаштыра. Үлемдең был төрө лә йәшәүҙән туҡтауҙы аңлата, әммә Изге Яҙмала бындай үлем менән үлгәндәр тереләсәк тип әйтелмәй. Мәҫәлән, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары» Ғайсаның ҡулында. Тимәк, ул кешеләрҙе Әҙәм аша күскән гонаһ арҡаһындағы үлемдән азат итә ала (Асылыш 1:18; 20:13). Әммә утлы күлдең асҡысы Ғайсала ла, башҡа бер кемдә лә юҡ. Был символик күл мәңгелеккә бирелгән язаны, йәғни тулыһынса юҡ ителеүҙе аңлата (2 Фессалоникаларға 1:9).

Шул уҡ йәһәннәм, йәғни Енном үҙәне

 «Йәһәннәм» (грек. ге́енна) тигән һүҙ Изге Яҙмала 12 тапҡыр осрай. Утлы күл кеүек үк, йәһәннәм дә мәңгегә юҡ ителеү символы булып тора. Ҡайһы бер тәржемәселәр был һүҙҙе «тамуҡ» тип тәржемә итһә лә, йәһәннәм тамуҡтан (евр. шео́л, грек. ха́дес) айырыла.

Енном үҙәне

 «Йәһәннәм», һүҙмә-һүҙ әйткәндә, «Енном үҙәне» тигәнде аңлата. Боронғо заманда Иерусалим стенаһы артындағы үҙән шулай тип аталған. Ул ваҡыттарҙа ҡала халҡы шул үҙәнде сүплек урыны итеп ҡулланған. Ҡалдыҡтарҙы яндырыу өсөн унда гел ут янған, ә уттан ҡалғанын ҡорттар ашаған.

 Ғайса «йәһәннәм» һүҙен мәңгегә юҡ ителеү символы булараҡ ҡулланған (Матфей 23:33). Ул, йәһәннәмдә «ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй», тигән (Марк 9:47, 48). Был хаҡта әйткәндә, ул Енном үҙәнендәге шарттарҙы һәм Ишағыя 66:24-тәге пәйғәмбәрлекте күҙ уңында тотҡан. Ишағыя былай тип яҙған: «Улар сығыр һәм миңә ҡаршы баш күтәргән кешеләрҙең мәйеттәрен күрер. Үлеләрҙе ҡаплаған ҡорттар үлмәҫ, уларҙы йотҡан ут һүнмәҫ». Ғайса язаланыу хаҡында түгел, ә тулыһынса юҡ ителеү хаҡында әйткән. Ҡорттар һәм ут тере кешеләрҙе түгел, ә мәйеттәрҙе юҡ иткән.

 Изге Яҙмала йәһәннәмдән сығып була тип бер ерҙә ла әйтелмәй. «Утлы күл» һәм «йәһәннәм уты» тулыһынса һәм бөтөнләйгә юҡ ителеүҙе символлаштыра (Асылыш 20:14, 15; 21:8; Матфей 18:9).

«Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр» тигән һүҙҙәрҙе нисек аңларға?

 Әгәр утлы күл юҡ ителеү символы икән, ни өсөн һуң Изге Яҙмала, Иблис, януар һәм ялған пәйғәмбәр «унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр», тип әйтелә? (Асылыш 20:10). Бында һүҙ тура мәғәнәләге ғазаптар тураһында бармай. Быны раҫлаған дүрт дәлилде ҡарап сығайыҡ:

  1.   Иблис мәңге ғазапланһын өсөн, ул мәңге йәшәргә тейеш булып сыға. Ләкин Изге Яҙмала әйтелгәнсә, тиҙҙән Иблис булмаясаҡ, йәғни юҡ ителәсәк (Еврейҙарға 2:14).

  2.   Мәңгелек тормош — ул Алланың бүләге, ә яза түгел (Римдарға 6:23).

  3.   Януар һәм ялған пәйғәмбәр — символдар ғына. Шуға күрә улар тура мәғәнәләге ғазаптар кисерә алмай.

  4.   Изге Яҙманың контексы күрһәтеүенсә, Иблистең ғазаптары — ул мәңгегә сикләнгән хәлдә булыу, йәғни юҡ ителеү.

 Изге Яҙмала «ғазапланыу» тип тәржемә ителгән һүҙ шулай уҡ «сикләнгән хәлдә булыу» тигәнде лә аңлатырға мөмкин. Мәҫәлән, Матфей 18:34-тә ҡулланылған «язалаусылар» тигән грек һүҙе күп кенә тәржемәләрҙә «төрмә һаҡсылары» тип бирелгән. Был «ғазапланыу» һәм «сикләнгән хәлдә булыу» араһында бәйләнеш барлығын күрһәтә. Шулай уҡ Матфей 8:29 һәм Лука 8:30, 31 кеүек параллель урындарҙы ҡараһаҡ, «яфаланыуҙың» «упҡынға» ебәрелеү менән бер икәне күренә. «Упҡын» тулыһынса сикләнгән булыуҙы, йәғни үлемде символлаштыра (Римдарға 10:7; Асылыш 20:1, 3). Асылыш китабында «ғазап» һүҙе бер нисә тапҡыр символик мәғәнәлә ҡулланылған (Асылыш 9:5; 11:10; 18:7, 10).