Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғайса пәйғәмбәр ни өсөн үлгән?

Ғайса пәйғәмбәр ни өсөн үлгән?

Изге Яҙманан яуап

 Ғайса кешеләрҙең гонаһтары кисерелһен һәм улар мәңге йәшәй алһын өсөн үлгән (Римдарға 6:23; Ефестарға 1:7). Бынан тыш, Ғайса үҙ үлеме менән хатта иң ҡаты һынауҙарҙа ла кешенең Аллаға тоғро ҡалырға һәләтле булыуын иҫбат иткән (Еврейҙарға 4:15).

 Әйҙәгеҙ, беләйек, ни өсөн бер кешенең үлеме шул тиклем ҙур әһәмиәткә эйә икән?

  1.   Ғайса беҙҙең гонаһтарыбыҙ кисерелһен өсөн үлгән (Колосстарға 1:14).

     Тәүге кеше, Әҙәм, камил итеп яратылған булған, шуға ла ул гонаһһыҙ булған. Әммә ул белә тороп Алланы тыңламаған. Әҙәмдең Аллаға буйһонмауы, йәғни гонаһы уның бөтә тоҡомдарына бик ҙур йоғонто яһаған. Инжилдә әйтелгәнсә, «берәүҙең тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән» (Римдарға 5:19).

     Ғайса ла камил булған, әммә ул бер ваҡытта ла гонаһ ҡылмаған. Шуға күрә лә ул «гонаһтарыбыҙҙың ...кисерелеүе хаҡына Үҙен ҡорбан» итеп бирә алған (1 Яхъя 2:2). Әҙәмдең тыңламаусанлығы кешелекте гонаһҡа батырып бысратҡан, ә Ғайсаның үлеме уға иман иткәндәрҙең барыһын да гонаһтан таҙартҡан.

     Әҙәм бөтә кешелекте гонаһ ҡоллоғона һатҡан тиергә була. Ғайса иһә үҙ теләге менән беҙҙең хаҡҡа үлемгә барып, бөтә кешене лә йолоп алған, тимәк, барыбыҙ ҙа уныҡы булып сығабыҙ. Һөҙөмтәлә «әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул — һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих» (1 Яхъя 2:1).

  2.   Ғайса «бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн» үлгән (Яхъя 3:16).

     Әҙәм мәңге йәшәр өсөн барлыҡҡа килтерелһә лә, үҙ гонаһы өсөн шелтә алған — ул үлгән. Уның аша «донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған, сөнки бөтөнөһө лә гонаһ ҡылған» (Римдарға 5:12).

     Ғайсаның үлеме иһә гонаһ ҡәһәрен юҡ итеп кенә ҡалмаған, ә уға иман иткәндәрҙе үлем язаһынан ҡотҡарған. Инжилдә ошондай һығымта яһала: «Үҙ ваҡытында кешеләрҙе үлемгә дусар итеп, улар өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ иткән. Хәҙер иһә Алланың мәрхәмәте кешеләрҙе аҡлап хакимлыҡ итә һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша мәңгелек тормошҡа килтерә» (Римдарға 5:21).

     Эйе, бөгөн кеше ғүмере ҡыҫҡа. Әммә Алла тәҡүә кешеләргә мәңгелек тормош вәғәҙә итә. Ул үлгәндәрҙе терелтәсәк, һәм улар ҙа Ғайсаның йолом ҡорбанынан файҙалана аласаҡ (Зәбур 37:29; 1 Коринфтарға 15:22).

  3.   Ғайса «үҙенең үлеменә тиклем... тыңлаусан булды» һәм шул рәүешле ул теләһә ҡайһы һынауҙарҙа ла кешенең Аллаға тоғро ҡала алыуын иҫбат итте (Филиптарға 2:8).

     Әҙәм тән яғынан да, аң яғынан да камил булған. Шуға ҡарамаҫтан, ул эгоистик теләккә бирелгән һәм, үҙенә тейеш булмағанды алырға теләп, Алланы тыңламаған (Башланмыш 2:16, 17; 3:6). Һуңыраҡ, Алланың төп дошманы — Шайтан Иблис, бер кем дә Аллаға юҡҡа ғына тыңлаусанлыҡ күрһәтмәй, бигерәк тә, үлем ҡурҡынысы янағанда, бер кем дә Аллаға тоғро ҡалмаясаҡ тигән фекер әйткән (Әйүп 2:4). Әммә камил кеше Ғайса ғазаплы һәм хурлыҡлы үлемгә дусар ителгән сағында ла Аллаға тоғро ҡалған (Еврейҙарға 7:26). Шулай итеп ниндәй генә һынауҙарға осрауына ҡарамаҫтан, кешенең Аллаға тоғро ҡала алыуы бер тапҡыр һәм мәңгегә иҫбат ителгән.

Ғайсаның үлеменә ҡағылышлы һорауҙар

  •   Ни өсөн кешеләрҙе йолоп алыр өсөн Ғайса ғазап сигергә һәм үлергә тейеш булған? Алла үҙе сығарған үлем ҡарарын ғәмәлдән сығара алмағанмы ни?

     Алла ҡанунында әйтелгәнсә, «гонаһ әжере — үлем» (Римдарға 6:23). Әҙәм был ҡанунды белгән, Алла бит уға, тыңламаһаң үләсәкһең, тигән (Башланмыш 3:3). Әҙәм гонаһ ҡылғас, Алла үҙе әйткәнде үтәгән, сөнки «Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй» (Титҡа 1:2). Әҙәм үҙенең тоҡомона гонаһ ҡына түгел, ә шулай уҡ үлемде лә тапшырған.

     Гонаһлы кешеләр үлем язаһына лайыҡ булһа ла, Алла уларға «сикһеҙ мәрхәмәтен» күрһәткән (Ефестарға 1:7). Алла, кешелекте йолоп алыр өсөн камил ҡорбан рәүешендә Ғайсаны биреп, сикһеҙ ғәҙеллек һәм шәфҡәтлек сағылдырған.

  •   Ғайса ҡасан үлгән?

     Ғайса йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы көнөндә көндөҙгө сәғәт өстәр тирәһендә үлгән (Марк 15:33—37). Ул көн хәҙерге йыл иҫәбе буйынса йома көнгә, б. э. 33 йылының 1 апреленә тура килә.

  •   Ғайса ҡайҙа үлгән?

     Ғайсаны «Баш һөйәге урыны», йәһүдсә «Голго́фа» тип аталған урында язалап үлтергәндәр (Яхъя 19:17, 18). Ғайса көндәрендә ул урын Иерусалим «ҡапҡаһының тышында» булған (Еврейҙарға 13:12). Күрәһең, Ғайсаны ҡалҡыулыҡта үлтергәндәр, сөнки Инжилдә, ҡайһы берәүҙәр «был хәлдәргә йыраҡтан ғына ...ҡарап торҙо», тиелә (Марк 15:40). Бөгөнгө көндә «Голгофа»ның ҡайһы тирәлә булғанын теүәл генә билдәләп булмай.

  •   Ғайса нисек үлгән?

     Күптәр, Ғайсаны тәрегә ҡаҙаҡлап үлтергәндәр, тип иҫәпләһә лә, Изге Яҙмала: «Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ ағас бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән Ғайсаны терелтте», — тиелә (Ғәмәлдәр 5:30). Грек телендәге оригиналь текста Ғайсаны язалап үлтереү хаҡында яҙылғанда стауро́с һәм кси́лон тигән һүҙҙәр ҡулланылған. Күп ғалимдарҙың фекеренсә, был һүҙҙәр бер бөтөн ағасты — бүрәнәне йәки тура бағананы аңлата.

  •   Ғайсаның үлемен нисек итеп иҫкә алырға кәрәк?

     Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы кисендә Ғайса үҙ шәкерттәрен йыйып, ябай ғына бер йола индергән һәм уларға: «Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ», — тигән (1 Коринфтарға 11:24). Бер нисә сәғәттән һуң уны язалап үлтергәндәр.

     Изге Яҙмала Ғайса Ҡотҡарылыу байрамы ваҡытында ҡорбанға килтерелә торған һарыҡ бәрәсе менән сағыштырыла (1 Коринфтарға 5:7). Был байрам израилдәрҙең ҡоллоҡтан ҡотолғанын иҫенә төшөрөп торған. Ә Ғайсаның үлемен иҫкә алыу кисәһе мәсихселәрҙең гонаһ һәм үлемдән азат ителеүен иҫенә төшөрә. Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы йылына бер тапҡыр ай календары буйынса 14 нисанда үткәрелә торған булған. Тәүге мәсихселәр ҙә Кисәне йылына бер мәртәбә үткәргән.

     Йыл һайын бөтә донъя буйынса миллионлаған кеше 14 нисанға тура килгән көндә Ғайсаның үлемен иҫкә алыу кисәһен үткәрә.