Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары ҡотолор өсөн вәғәзләйме?

Йәһүә шаһиттары ҡотолор өсөн вәғәзләйме?

 Юҡ. Беҙ өйҙән-өйгә йөрөп даими вәғәзләһәк тә, ҡотолоуыбыҙ был эштән тора, тип һанамайбыҙ (Эфестарға 2:8). Ни өсөн?

 Мәҫәлән, бер йомарт, шәфҡәтле кеше ҙур бүләк бирергә вәғәҙә итә, ти, ләкин бының өсөн билдәле бер көндө билдәле урынға килергә кәрәк. Был кешенең вәғәҙәһенә ышанһағыҙ, ул әйткән урынға барыр инегеҙме? Әлбиттә! Бындай мөмкинлек тураһында һеҙ, моғайын, туғандарығыҙ менән дуҫтарығыҙға ла һөйләр инегеҙ. Ләкин йомарт кешенең бөтә күрһәтмәләрен үтәп тә, һеҙ уның бүләгенә лайыҡ була алмайһығыҙ. Бүләк барыбер бүләк булып ҡала.

 Шуның шикелле, Алла ла бөтә тыңлаусан кешеләргә мәңгелек тормош бүләк итергә вәғәҙә итә, һәм Йәһүә шаһиттары Алланың һүҙҙәренә ышана (Римлыларға 6:23). Башҡалар ҙа Алла вәғәҙәләренең үтәлешен күрә алһын өсөн, беҙ өмөтөбөҙ тураһында бөтә кешеләргә һөйләргә тырышабыҙ. Әммә беҙ, вәғәз эшендә ҡатнашып ҡотолоуға лайыҡ булырға мөмкин, тип уйламайбыҙ (Римлыларға 1:17; 3:28). Ысынлап та, кеше ниндәй генә эштәр башҡармаһын, Алланың был таң ҡалдырғыс бүләгенә лайыҡ була алмай. Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, Алла беҙҙе «ҡылған тәҡүә эштәребеҙ өсөн түгел, ә үҙенең шәфҡәте буйынса» ҡотҡара (Титусҡа 3:5).