Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Мөмкин тиклем иртәрәк асыҡ аралашыу үтә мөһим

Яҡынығыҙ дауалап булмаҫлыҡ сир менән ауырығанда

Яҡынығыҙ дауалап булмаҫлыҡ сир менән ауырығанда

ДОРИНҒА, иренең мейеһендә агрессив яман шеш бар, тигән диагнозды ишетеү аяҙ көндә йәшен атҡандай тәьҫир иткән *. Иренә ул саҡта 54 йәш кенә булған. Табип, уға бер нисә генә ай йәшәргә ҡалды, тигән. «Мин ишеткәнемә ышана алманым, — тип иҫенә төшөрә Дорин. — Аҙналар буйы шаңҡып йөрөнөм. Миңә был хәл беҙҙең менән түгел, ә башҡа берәүҙәр менән булған кеүек тойолдо. Бындай хәлгә мин бер ҙә әҙер түгел инем».

Шундай ҡайғы килгәндә, күптәр Дориндыҡына оҡшаш хистәр кисерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауалап булмаҫлыҡ сир менән көтмәгәндә һәр кем ауырып китергә мөмкин. Күптәр шундай сирҙәргә дусар булған яҡындары хаҡында теләп ҡайғырта. Был, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ. Шулай ҙа ауырыған кеше тураһында хәстәрлек күреү һис тә еңел түгел. Дауалап булмаҫлыҡ сир менән ауырыған яҡынын йыуатыр өсөн һәм уның тураһында ҡайғыртыр өсөн, ғаилә ағзалары нимә эшләй ала? Ауырыған яҡынын ҡараған кешегә шундай ауыр осор дауамында нисек итеп үҙ хис-тойғоларын ҡулда тоторға? Үлем сәғәте яҡынлашҡан һайын нимәгә әҙер булырға кәрәк? Ни өсөн дауалап булмаҫлыҡ сир менән ауырыған кеше хаҡында хәстәрлек күреү бөгөн үтә ауыр мәсьәлә булып тора? Әйҙәгеҙ, быларҙы ҡарап сығайыҡ.

ХӘҘЕРГЕ ДӘҮЕР ҠЫЙЫНЛЫҒЫ

Быуаттар элек, хатта үҫешкән илдәрҙә лә, кешенең уртаса ғүмер оҙонлоғо күпкә ҡыҫҡараҡ булған. Кешеләр йоғошло ауырыуҙарҙан йә бәлә-ҡазаларҙан тиҙ ваҡыт эсендә үлгән. Дауаханаларҙа урын сикле булыуы, унда ятырға аҡса етмәүе, ауыл ерҙәрендә дауаханаларҙың булмауы арҡаһында ауырыған кешеләр хаҡында туғандары ғына хәстәрлек күргән, һәм улар өйҙә үлә торған булған.

Бөгөн медицина алға китеү сәбәпле табиптарҙың кеше ғүмерен оҙайтыр өсөн күберәк мөмкинлеге бар. Элек кеше ниндәйҙер ауырыуҙан тиҙ арала үлгән, бөгөн иһә шундай уҡ ауырыуға дусар булған кеше күп йылдар буйы йәшәй ала. Әммә кешенең ғүмере оҙайтылһа ла, ул ауырыуҙан азат ителмәй. Ауырыған кеше шул тиклем хәлһеҙ, йонсоу була, хатта үҙе хаҡында ҡайғырта ла алмай. Уны ҡарау күп көс һәм ваҡыт талап итә.

Һөҙөмтәлә, кешеләр, элек өйҙә үлгән булһа, бөгөн күберәк дауаханала үлә. Бөгөн күпселек кеше үлем процесы менән таныш түгел, ә ҡайһы берәүҙәр кешенең үлгәнен үҙ күҙе менән бер ҡасан да күрмәгән. Шуға күрә билдәһеҙлектән ҡурҡыу тойғоһо кешегә ауырыған яҡынын ҡарарға ҡамасауларға мөмкин. Шундай осраҡта нимә ярҙам итә ала?

АЛДАН УҠ ҺӨЙЛӘШЕП ҠУЙЫҒЫҘ

Дорин осрағындағы һымаҡ, күптәр, яҡын кешеһендә үлемесле сир табылғанда, өмөтһөҙлөк һәм бушлыҡ тойғоһо кисерә. Көслө борсолоу, ҡурҡыу һәм ҡайғы менән көрәшкәндә, ҡотолғоһоҙ киләсәккә нисек әҙерләнергә? Алланың тоғро бер хеҙмәтсеһе былай тип доға ҡылған: «Көндәребеҙҙе һанарға өйрәт, шул саҡ беҙ зирәк йөрәкле булырбыҙ» (Зәбур 90:12). Эйе, яҡын кешегеҙ менән ҡалған көндәрҙе мөмкин тиклем файҙалыраҡ үткәрер өсөн, көндәрегеҙҙе аҡыллы итеп «һанарға» өйрәтһен тип, Йәһүә Аллаға ялбарып доға ҡылығыҙ.

Бындай шарттар уйлап эш итеүҙе талап итә. Әгәр һеҙҙең яҡынығыҙ үҙ фекерен белдерә алырлыҡ хәлдә булһа һәм һеҙ күтәрергә теләгән һорау буйынса һөйләшергә ризалашһа, унан: «Алдағы көндәрҙә ҡарарҙар ҡабул итә алмаҫтай хәлдә булһаң, үҙең урынына кемдең ҡарар ҡабул итеүен теләр инең?» — тип һорау аҡыллы булыр. Яҡынығыҙҙан дауаханаға һалыуҙы, ниндәйҙер дауалау ысулдарын ҡулланыуҙы йә клиник үлем хәлендә булғанда иң мөһим йәшәү ағзаларын тергеҙеү өсөн саралар үткәреүҙе теләйме, юҡмы икәнен һорағыҙ. Ундай асыҡ аралашыу аңында булмаған туғаны өсөн ҡарарҙар ҡабул иткән ғаилә ағзаларына аңлашылмаусанлыҡтарҙы кәметергә һәм ғәйеп тойғоһонан ғазапланмаҫҡа ярҙам итер. Ғаилә баштан уҡ асыҡ аралашып торһа, үҙ иғтибарын ауырыған яҡыны хаҡында хәстәрләүгә туплай алыр. Изге Яҙмала: «Кәңәшһеҙ — ниәттәр тарҡала», — тип яҙылған (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22).

НИСЕК ЯРҘАМ ИТЕРГӘ?

Ғәҙәттә, ауырыған яҡынын ҡараған кешенең төп роле — уны йыуатыу. Дауалап булмаҫлыҡ сир менән ауырыған кеше башҡаларҙың яратыуын һәм үҙенең яңғыҙ түгеллеген тойорға теләй. Бының өсөн нимә эшләп була? Ауырыған кешене нығытҡан һәм күңеленә ятҡан әҙәбиәт уҡығыҙ, йырҙар йырлағыҙ. Күп кешеләр, туғандары ҡулдарынан тотоп наҙлы һүҙҙәр әйткәндә, йыуаныс ала.

Ауырыған кешегә янына кем килгәнен әйтеп тороу файҙалы булыр. Бер сығанаҡта былай тиелә: «Биш тойоу һәләтен алғанда, кеше иң һуңғы сиратта ишетеү һәләтенән яҙа. Кеше йоҡлап ятҡан һымаҡ тойолһа ла, ул барыһын да яҡшы ишетергә мөмкин. Шуға күрә кешенең уяу сағында әйтмәҫ һүҙҙәрҙе уның йоҡлаған сағында ла әйтмәгеҙ».

Мөмкин булһа, бергә доға ҡылығыҙ. Изге Яҙмала илсе Павел һәм уның дуҫтары менән булған бер осраҡ тасуирлана: уларға көслө баҫым яһалған һәм, ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә генә ҡалған, тип әйтеп була. Улар ҡайҙан ярҙам эҙләгән? Илсе Павел дуҫтарынан: «Ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ», — тип үтенгән (2 Коринфтарға 1:8—11). Эйе, көслө баҫымдар ваҡытында һәм ҡурҡыныс ауырыу менән ауырығанда ҡайнар доға бик ҙур ярҙам булып тора.

ЫСЫНБАРЛЫҠТЫ ТАНЫУ

Яҡын кешең тиҙҙән үләсәк, тигән фекер тәрән ҡайғыға һалырға мөмкин. Был бер ҙә аптырарлыҡ түгел, сөнки үлем кеше өсөн тәбиғи булмаған нәмә. Алла кешеләрҙе барлыҡҡа килтергәндә, үлем уның ниәтенә инмәгән (Римдарға 5:12). Бына ни өсөн Алла Һүҙендә үлем «дошман» тип атала (1 Коринфтарға 15:26). Шуға күрә бер кемдең дә яҡын кешеһенең үлеүе тураһында уйлағыһы килмәй, һәм быға бер ҙә ғәжәпләнәһе юҡ.

Шулай ҙа нимә булырын белеү ғаилә ағзаларына ҡурҡыуҙарын кәметергә һәм иғтибарҙарын ауырыған кешенең хәлен еңеләйтеүгә тупларға ярҙам итә ала. « Ғүмерҙең һуңғы аҙналары» тигән рамкала ауырыған кешенең үҙен нисек тотоуы йә хис итеүе ихтимал икәне ҡарап сығыла. Әлбиттә, ул рамкала килтерелгәндәрҙең барыһы ла һәр бер кеше менән һәм тап шундай сиратта буласаҡ тигәнде аңлатмай. Әммә ауырығандарҙың күбеһе шундай ауырлыҡтарҙың ҡайһы берҙәре менән осраша.

Ҡәҙерле кешегеҙҙең үлеүенән һуң, ярҙам итергә ризалашҡан яҡын дуҫығыҙ менән бәйләнешкә инеү аҡыллы булыр ине. Үлгән кешенең ғаиләһе һәм уның хаҡында хәстәрлек күргәндәр: «Һеҙҙең ҡәҙерле кешегеҙ башҡа инде ғазапланмай», — тигән ышандырыуға мохтаж булырға мөмкин. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ беҙҙе: «Үлеләр бер нәмә лә белмәй», — тип ышандыра (Вәғәзсе 9:5).

ИҢ ЯҠШЫ ЯРҘАМСЫ

Һәр ҡайһы ярҙамды ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк

Ауырыған яҡыныңды ҡарағанда ла, уның үлеүенән һуң ҡайғы кисергән саҡта ла Аллаға таяныу үтә мөһим. Алла башҡа кешеләр аша, уларҙың йылы һүҙҙәре һәм игелекле эштәре аша, һеҙгә ярҙам күрһәтә ала. «Мин һәр ҡайһы ярҙамды ҡабул итергә өйрәндем, — тип әйтә Дорин. — Ысынында, беҙ ярҙамды хатта артығы менән алдыҡ. Әйтерһең дә, Йәһүә Алла беҙгә: „Барыһын да кисереп сығырға ярҙам итер өсөн, мин гел һеҙҙең эргәгеҙҙә“, — тип әйтергә теләй ине. Мин быны бер ҡасан да онотмаясаҡмын».

Эйе, Йәһүә Алла ауырыған кеше хаҡында барыһынан да яҡшыраҡ ҡайғырта ала. Барлыҡҡа килтереүсебеҙ булараҡ, ул хис-тойғоларыбыҙҙы һәм ҡайғыларыбыҙҙы яҡшы аңлай. Алла беҙгә йыуаныс та, кәрәкле ярҙам да бирә ала, һәм ул быны эшләргә бик ныҡ теләй. Унан да бигерәк, ул үлемде мәңгегә юҡ итергә һәм хәтерендә һаҡланған миллионлаған кешене терелтергә вәғәҙә бирә (Яхъя 5:28, 29; Асылыш 21:3, 4). Шул саҡта барыһы ла илсе Павелдың һүҙҙәренә ҡушылып: «Үлем, һинең еңеүең ҡайҙа? Үлем, һинең ҡаяуың ҡайҙа?» — тип әйтә алыр (1 Коринфтарға 15:55).

^ 2 абз. Исемдәр үҙгәртелгән.