Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

11-СЕ ЙЫР

Алланың бөйөк эштәре уны данлай

Алланың бөйөк эштәре уны данлай

(Зәбур 19)

  1. 1. Эй Йәһүә, даның балҡый күктә,

    Бар эштәрең маҡтау йырлай һиңә.

    Һүҙһеҙ һөйләй улар һинең хаҡта,

    Ҡөҙрәтеңде беҙгә иғлан итә.

    Һүҙһеҙ һөйләй улар һинең хаҡта,

    Ҡөҙрәтеңде беҙгә иғлан итә.

  2. 2. Юлыбыҙға Һүҙең аҡ нур һибә,

    Ул уята тәрән хөрмәт һиңә.

    Саф алтындан ҡиммәт зирәклегең,

    Балдан татлы өгөт-нәсихәтең.

    Саф алтындан ҡиммәт зирәклегең,

    Балдан татлы өгөт-нәсихәтең.

  3. 3. Һине белгәс, беҙ хәҙер бәхетле,

    Тормошобоҙ инде мәғәнәле.

    Оло хөрмәт — исемеңде данлау,

    Халҡың менән һине маҡтап йырлау.

    Оло хөрмәт — исемеңде данлау,

    Халҡың менән һине маҡтап йырлау.

(Зәб. 12:6; 89:7; 144:3; Рим. 1:20-не лә ҡара.)