Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

110-СЫ ЙЫР

«Йәһүәнең шатлығы»

«Йәһүәнең шатлығы»

(Ниҡәми 8:10)

  1. 1. Батшалыҡты һәр көн иғлан итәбеҙ,

    Урынлашҡан ул күктәрҙә.

    Ҡотҡарылыу яҡын тип шатланабыҙ,

    Был көн тиҙҙән килеп етә.

    ҠУШЫМТА

    Алла шатлығы — беҙгә терәк ул,

    Күңел Йәһүәне данлай.

    Рәхмәт һүҙҙәрен эстә тотоп булмай,

    Шатлыҡтан йөрәк үҙе йырлай.

    Алла шатлығы — беҙгә терәк ул,

    Белһен бөтә кеше быны.

    Бөйөк Аллаға тоғро хеҙмәт итеп,

    Ихластан данларбыҙ тик уны.

  2. 2. Йәһүәгә, әйҙәгеҙ, таянайыҡ,

    Ул көс-ҡеүәт бирер беҙгә.

    Яңғыратып маҡтау йыры йырлайыҡ,

    Дан килтереп Аллабыҙға.

    ҠУШЫМТА

    Алла шатлығы — беҙгә терәк ул,

    Күңел Йәһүәне данлай.

    Рәхмәт һүҙҙәрен эстә тотоп булмай,

    Шатлыҡтан йөрәк үҙе йырлай.

    Алла шатлығы — беҙгә терәк ул,

    Белһен бөтә кеше быны.

    Бөйөк Аллаға тоғро хеҙмәт итеп,

    Ихластан данларбыҙ тик уны.

(1 Йыл. 16:27; Зәб. 112:4; Лука 21:28; Яхъя 8:32-не лә ҡара.)