Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

128-СЕ ЙЫР

Ахырғаса сыҙам булайыҡ

Ахырғаса сыҙам булайыҡ

(Матфей 24:13)

  1. 1. Алла Һүҙе ярҙам итә

    Иман үҫтерергә.

    Өмөт — ышаныслы нигеҙ,

    Ул — якорь йәнебеҙгә.

    Алла көнөн иҫтә тотоп,

    Ныҡ булайыҡ һынауҙа.

    Сафлыҡ юлын ҡалдырмайыҡ,

    Иман шулай сыныға.

  2. 2. Онотма Аллаға булған

    Тәүге һөйөүеңде.

    Ниндәй генә хәл тыумаһын,

    Һаҡла үҙ йөрәгеңде.

    Шикләнмә, ҡурҡыуға төшмә

    Һынауға юлыҡҡанда.

    Алла ярҙам ҡулы һуҙыр,

    Ул һәр саҡ беҙҙең янда.

  3. 3. Кеше ахырғаса әгәр

    Бирешмәйсә түҙһә,

    Тормош китабына уны

    Яҙып ҡуйыр Йәһүә.

    Шуға һынауҙарҙа тырыш

    Сыҙамлыҡ үҫтерергә,

    Алла һөйөүендә ҡалып,

    Дөрөҫ юлда йөрөргә.

(Евр. 6:19; Яҡ. 1:4; 2 Петр 3:12; Асыл. 2:4-те лә ҡара.)