Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

33-СӨ ЙЫР

Йөгөңдө Йәһүәгә һал

Йөгөңдө Йәһүәгә һал

(Зәбур 55)

  1. 1. Доғамды, Аллам, ишетсе,

    Йөҙөңдө минән борма.

    Һин генә аңлай алаһың

    Ни тиклем ауыр миңә.

    ҠУШЫМТА

    Йөгөңдө һин Хоҙайға һал,

    Һис ҡасан ҡалдырмаҫ һине ул.

    Йәһүә тоғро ла, хаҡ та,

    Тик уға таян, ныҡ бул.

  2. 2. Ҡанатым булһа әгәр ҙә,

    Йыраҡҡа осор инем.

    Дошмандар унда янамаҫ,

    Ғазапланмаҫ күңелем.

    ҠУШЫМТА

    Йөгөңдө һин Хоҙайға һал,

    Һис ҡасан ҡалдырмаҫ һине ул.

    Йәһүә тоғро ла, хаҡ та,

    Тик уға таян, ныҡ бул.

  3. 3. Йәһүә, һиндә табабыҙ

    Йыуаныс, йәнгә тынғы.

    Гел йөктө күтәрешәһең,

    Сөнки һин игелекле.

    ҠУШЫМТА

    Йөгөңдө һин Хоҙайға һал,

    Һис ҡасан ҡалдырмаҫ һине ул.

    Йәһүә тоғро ла, хаҡ та,

    Тик уға таян, ныҡ бул.

(Зәб. 22:5; 31:1—24-те лә ҡара.)