Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

65-СЕ ЙЫР

Алға бар!

Алға бар!

(Еврейҙарға 6:1)

  1. 1. Бар алға, гел ынтыл өлгөргәнлеккә,

    Хәҡиҡәт балҡышын таратып ер йөҙөнә.

    Көндән-көн хеҙмәтең яҡшырһын әйҙә,

    Йәһүә — терәк һиңә.

    Тапшыра ул мөһим йөкләмә,

    Ярҙамын да, көсөн дә бирә.

    Хоҙайға таяныу уңышлы итә,

    Тәүәккәл бул, бирешмә!

  2. 2. Бар алға, хәбәрҙе ашҡынып һөйлә!

    Бар кеше ишетһен, иғлан ит һәр милләткә.

    Йәһүә Аллабыҙ лайыҡлы данға!

    Вәғәзлә, һис туҡтама!

    Дошмандар шик һала, ҡурҡыта,

    Әммә беҙ сигенмәйбеҙ артҡа.

    Батшалыҡ хаҡында һәммә тарафта

    Беҙ һөйләрбеҙ һәр саҡта!

  3. 3. Бар алға, вәғәздә оҫталыҡ үҫтер,

    Изге рух арҡылы Йәһүә ярҙам итер.

    Башлаған эшеңде еренә еткер,

    Шатлығың шул саҡ артыр.

    Кешегә яратыу күрһәтһәк,

    Алланың Һүҙенә өйрәтһәк,

    Хужабыҙ Ғайсанан гел өлгө алһаҡ,

    Хәҡиҡәт нуры балҡыр.

(Флп. 1:27; 3:16; Евр. 10:39-ҙы ла ҡара.)