Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

72-СЕ ЙЫР

Батшалыҡ хәбәрен иғлан итәбеҙ

Батшалыҡ хәбәрен иғлан итәбеҙ

(Ғәмәлдәр 20:20, 21)

  1. 1. Күп йөрөгәнбеҙ аҙашып,

    Ҡараңғыла ғүмер итеп.

    Йәһүә аҡ нур һипте,

    Беҙгә асты хәҡиҡәтте.

    Уның изге ихтыярын

    Күндәм үтәйбеҙ көн һайын,

    Исемен, Батшалығын

    Иғлан итәбеҙ бар ерҙә бөгөн.

    Яҡшы хәбәр таратыла

    Ҡалаларҙа, ауылдарҙа,

    Урамдарҙа, өйҙән-өйгә,

    Һәр халыҡҡа, һәр милләткә.

    «Тик хәҡиҡәт азат итә», —

    Тип вәғәзләйбеҙ һәр кемгә.

    Ҡатнашырбыҙ был эштә,

    «Тамам», — тигәнсе Йәһүә Алла.

(Еш. 9:9; Ишағ. 24:15; Яхъя 8:12, 32-не лә ҡара.)