Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмаға үҙгәрештәр йә ялған фекерҙәр өҫтәлгәнме?

Изге Яҙмаға үҙгәрештәр йә ялған фекерҙәр өҫтәлгәнме?

 Юҡ. Боронғо ҡулъяҙмалар меңәр йылдар дауамында оҙаҡ һаҡлап булмай торған материалдарға яҙыла килгән булһа ла, уларҙы сағыштырып тикшереү Изге Яҙманың тулайым алғанда үҙгәрешһеҙ ҡалғанын күрһәтә.

Был факт, күсереп яҙыусылар хаталар ебәрмәгән, тигәнде аңлатамы?

 Бөгөнгө көнгә Изге Яҙма китаптарының меңләгән ҡулъяҙмаһы табылған. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә төрлөсә яҙылған урындар осрай, тимәк, күсереп яҙғанда хаталар киткән. Ғөмүмән әйткәндә, ундай айырымлыҡтар ҙур түгел һәм текстың мәғәнәһен үҙгәртмәй. Әммә бер нисә етди айырма ла осрай. Улар боронғо ваҡытта Изге Яҙма тексын аңлы рәүештә үҙгәртергә маташыуҙарҙың һөҙөмтәһе, күрәһең. Ике миҫал ҡарап китәйек:

  1.   Изге Яҙманың элекке ҡайһы бер тәржемәләрендә 1 Яхъя 5:7-лә ошондай һүҙҙәр яҙылған: «Күктә: Ата, Һүҙ һәм Изге Рух; һәм Улар өсөһө бер». Әммә ышаныслы ҡулъяҙмалар төп нөсхәлә ундай һүҙҙәрҙең бөтөнләй булмағанын күрһәтә — улар һуңыраҡ өҫтәп ҡуйылған a. Шуға күрә бөгөнгө көндә Изге Яҙманың ышанысҡа лайыҡлы тәржемәләрендә ундай һүҙҙәр юҡ.

  2.   Алланың шәхси исеме Изге Яҙманың боронғо ҡулъяҙмаларында меңәрләгән тапҡыр осрай. Әммә күп тәржемәләрҙә Алла исеме «Хоҙай», «Алла» тигән титулдарға алмаштырылған.

Изге Яҙмала әлегә табылмаған бүтән хаталар юҡ икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

 Хәҙерге ваҡытҡа табылған ҡулъяҙмалар шул тиклем күп, шуға күрә хаталарҙы асыҡлау көндән-көн еңеләйә генә бара b. Бөтә ошо ҡулъяҙмаларҙы сағыштырып ҡарап, Изге Яҙманың теүәллеге хаҡында ниндәй һығымтаға киләбеҙ?

  •   Еврей Яҙмалары (шулай уҡ «Иҫке Ғәһед» тип тә йөрөтөлә) хаҡында һөйләгәндә, Уильям Грин исемле ғалим: «Башҡа бер ниндәй боронғо әҫәр ҙә беҙҙең көндәргә тиклем шул ҡәҙәр теүәллек менән килеп етмәгән, тип ышаныс менән әйтә алабыҙ», — тигән.

  •   Мәсихсе Грек Яҙмалары (шулай уҡ «Яңы Ғәһед» тип тә йөрөтөлә) хаҡында Изге Яҙманы тикшереүсе белгес Фридерик Брюс былай ти: «Яңы Ғәһед яҙмаларының теүәллеген раҫлаған дәлилдәр боронғо күп классиктарҙың әҫәрҙәренең теүәллеген күрһәтеүсе дәлилдәрҙән шаҡтай күберәк. Ә бит шул әҫәрҙәрҙең дөрөҫлөгөнә бер кем дә шикләнмәй».

  •   Изге Яҙманың ҡулъяҙмаларын тикшереүсе билдәле белгес сэр Фредерик Кеньон ошондай һығымтаға килгән: «Мәсихсе, Изге Яҙманы ҡулына алып, был — Алланың хаҡ Һүҙе, ул быуындан-быуынға тапшырылып, быуаттар аша етди үҙгәрешһеҙ беҙгә килеп еткән, тип һис шикләнмәй әйтә ала».

Изге Яҙманың үҙгәрешһеҙ һаҡланғанын күрһәткән тағы ниндәй дәлилдәр бар?

  •   Еврей күсереп яҙыусылары ла, мәсихсе күсереп яҙыусылар ҙа Алла халҡының етди гонаһ ҡылған осраҡтары һүрәтләнгән урындарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдырған c (Һандар 20:12; 2 Самуил 11:2—4; Галаттарға 2:11—14). Улар шулай уҡ йәһүдтәрҙе тыңламаусанлыҡта ғәйепләү, кешеләр уйлап сығарған тәғлимәттәрҙе фашлау хаҡындағы өҙөктәрҙе лә алып ташламаған (Осия 4:2; Малахи 2:8, 9; Матфей 23:8, 9; 1 Яхъя 5:21). Шуға оҡшаш ваҡиғаларҙы һүрәтләгән текстарҙы теп-теүәл күсереп яҙыусылар үҙҙәренең ышанысҡа лайыҡ булыуын һәм Изге Яҙманы тәрән хөрмәт итеүен күрһәткән.

  •   Изге Яҙманы Алла үҙе рухландырып яҙҙыртҡан икән, уны үҙгәрешһеҙ һаҡлау хаҡында ла ҡайғыртмаҫмы ни? d (Ишағыя 40:8; 1 Петр 1:24, 25). Ул бит Изге Яҙманың боронғо заманда йәшәгән кешеләргә генә түгел, ә беҙҙең заман кешеләренә лә файҙа килтереүен теләгән (1 Коринфтарға 10:11). Һәм ошо хаҡта: «Элек Изге Яҙмала яҙылғандарҙың барыһы ла, улар биргән сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын өсөн, нәсихәт итеп яҙылған», — тиелә Изге Яҙманың үҙендә (Римдарға 15:4).

  •   Ғайса һәм уның шәкерттәре Еврей Яҙмаларының теүәллегенә бер ваҡытта ла шикләнмәгән һәм ҡулъяҙмаларҙың күсермәләренән алынған цитаталарҙы ҡулланған (Лука 4:16—21; Ғәмәлдәр 17:1—3).

a Был һүҙҙәр Синай кодексында ла, Александрия кодексында ла, Ватикан ҡулъяҙмаһы 1209-ҙа ла, латин Вульгатаһының төп нөсхәһендә лә, Филоксен һәм Гераклий сүриә телендәге тәржемәләрендә лә, шулай уҡ сүриә Пешиттаһында ла юҡ.

b Мәҫәлән, «Яңы Ғәһед» тип аталған Мәсихсе Грек Яҙмаларының грек телендә яҙылған 5 000-дән артыҡ ҡулъяҙмаһы табылған.

c Изге Яҙмала Алла хеҙмәтселәре яңылышмай торған кешеләр тип һүрәтләнмәй. Унда әйтелгәнсә, «гонаһ ҡылмаған кеше юҡ» (1 Батшалар 8:46).

d Изге Яҙманан күренеүенсә, Алла һәр һүҙҙе әйтеп яҙҙыртмаған, ә уны яҙған кешеләрҙең фекерҙәренә ул йүнәлеш биргән (2 Тимофейға 3:16, 17; 2 Петр 1:21).