Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары үҙҙәре генә ҡотолоп ҡаласаҡ тип һанайҙармы?

Йәһүә шаһиттары үҙҙәре генә ҡотолоп ҡаласаҡ тип һанайҙармы?

 Юҡ, беҙ шулай уйламайбыҙ. Үткән быуаттарҙа йәшәгән һәм Йәһүә шаһиты булмаған миллионлаған кешенең ҡотолоп ҡалыу мөмкинлеге буласаҡ. Изге Яҙмала яҙылғанса, Алла вәғәҙә иткән яңы донъяла «тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк» (Ғәмәлдәр 24:15). Өҫтәүенә, бөгөн дә күптәр, Аллаға хеҙмәт итә башлаһалар, ҡотола аласаҡ. Шулай ҙа кем ҡотҡарыласаҡ, кем юҡ икәнен хөкөм итеү — беҙҙең эшебеҙ түгел. Бындай вәкәләт Ғайса Мәсихкә бирелгән (Яхъя 5:22, 27).