Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

НӘФРӘТ ӘЙЛӘНЕШЕН НИСЕК ТУҠТАТЫРҒА?

1 | Кеше айырмағыҙ

1 | Кеше айырмағыҙ

Изге Яҙманан принцип:

«Алл[а] кеше айырма[й]... Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (ҒӘМӘЛДӘР 10:34, 35).

Был нимә аңлата?

Йәһүә * Алла беҙҙең турала милләтебеҙгә, раса, тән төҫө йәки мәҙәниәтебеҙгә ҡарап фекер йөрөтмәй. Уның өсөн беҙҙең уйҙарыбыҙ һәм хистәребеҙ күпкә мөһимерәк. Эйе, «кеше — күҙҙәре күргәнде, ә Йәһүә йөрәкте күрә» (1 Самуил 16:7).

Нисек ҡулланырға?

Кешеләрҙең йөрәктәрен күрмәһәк тә, беҙ уларға, Алла кеүек, ғәҙел итеп, уларҙы айырмай ҡарай алабыҙ. Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалмағыҙ, һәр бер кеше үҙенә бер төрлө. Әгәр һеҙ, мәҫәлән, башҡа раса йә милләт кешеләренең үҙегеҙҙә тиҫкәре хистәр уятҡанын һиҙеп ҡалһағыҙ, Аллаға доға ҡылып, ундай хистәрҙе тамыры менән йолҡоп ташларға ярҙам итеүен һорағыҙ (Зәбур 139:23, 24). Кешеләргә ысынлап та ғәҙел ҡарарға теләгәнегеҙҙе күреп, Йәһүә Алла һеҙҙең доғағыҙға мотлаҡ яуап бирәсәк (1 Петр 3:12).

^ 6 абз. Йәһүә — Алланың исеме (Зәбур 83:18).

«Минең элек аҡ тәнле кеше менән тыныс ҡына бергә ултырғаным да юҡ ине . . . Мин үҙемдең халыҡ-ара ҡәрҙәшлеккә ҡушылғанымды тойҙом» (ТАЙТУС).