Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ҡайҙа ҡарама — нәфрәт ҡорбандары

Ҡайҙа ҡарама — нәфрәт ҡорбандары

Бөгөн кешелек йәмғиәтендә нәфрәт пандемияһы хөкөм һөрә.

Яңылыҡтарҙа һәм интернетта гел хурлауҙар, янау хаттары, кибер-эҙәрләү һәм нәфрәт арҡаһында ҡылынған енәйәттәр тураһында һөйләйҙәр. Шулай уҡ дискриминация, алдан тупланған кире ҡараштар, кешене кәмһеткән һүҙҙәр, мыҫҡыл итеүҙәр һәм вандализм тураһында уйлап ҡарағыҙ. Һөҙөмтәлә аяуһыҙ мөнәсәбәт һәм мәрхәмәтһеҙлек ҡорбандары күбәйә.

Был журналда нәфрәт әйләнешен нисек туҡтатырға икәне аңлатыла. Был буш хыял ғына түгел! Инде бөгөн бөтә ер шары буйынса миллионлаған кеше быны эшләй алған!