Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Аллаһы Тәғәлә тураһында уның пәйғәмбәрҙәре нимә әйткән?

Аллаһы Тәғәлә тураһында уның пәйғәмбәрҙәре нимә әйткән?

Элек Аллаһы Тәғәлә үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша кешеләргә мөһим хәбәрҙәр еткергән. Шул пәйғәмбәрҙәрҙең өсәүһе Алла тураһында нимә әйткән, һәм беҙ уларҙың һүҙҙәренән нимәгә өйрәнә алабыҙ? Әйҙәгеҙ, быны беләйек.

ИБРАҺИМ ПӘЙҒӘМБӘР

Алла өсөн кешенең ниндәй милләттән булыуы мөһим түгел, ул бөтә кешеләрҙе лә бәхетле итергә теләй.

Аллаһы Тәғәлә Ибраһим пәйғәмбәргә: «Ер йөҙөндәге бар халыҡ һинең аша булыр фатихалы», — тип вәғәҙә иткән (Башланмыш 12:3).

Беҙҙең өсөн һабаҡ. Алла беҙҙең барыбыҙҙы ла бик ярата һәм бөтә тыңлаусан кешеләрҙе — ирҙәр, ҡатындар һәм балаларҙы фатихалы, йәғни бәхетле итергә теләй.

МУСА ПӘЙҒӘМБӘР

Алла шәфҡәтле һәм үҙе тураһында күберәк белергә тырышҡан кешеләргә ярҙам итә.

Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Муса пәйғәмбәргә бөйөк мөғжизәләр ҡылырға көс биргән. Шулай ҙа Муса былай тип доға ҡылған: «Һине белер өсөн һәм артабан да һинең хуплауыңа лайыҡ булыр өсөн, зинһар, миңә үҙ юлдарыңды асып бирсе» (Сығыш 33:13). Аллаһы Тәғәләгә Мусаның үтенесе бик оҡшаған, һәм ул Мусаға үҙенең ихтыярын һәм сифаттарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам иткән. Мәҫәлән, Муса пәйғәмбәр Хоҙайҙың «шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан» икәнен белгән (Сығыш 34:6, 7).

Беҙҙең өсөн һабаҡ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең барыбыҙға ла — ирҙәр, ҡатындар һәм балаларға — кем уның тураһында күберәк белергә ынтыла, шуларҙың барыһына ла ярҙам итергә теләй. Изге Яҙмала ул үҙенә нисек дөрөҫ табынырға кәрәклеге һәм беҙҙең өсөн күп яҡшы нәмәләр эшләргә теләгәне хаҡында һөйләй.

ҒАЙСА ПӘЙҒӘМБӘР

Ғайса пәйғәмбәр, кешеләрҙе йәлләп, уларҙы бөтә сирҙәренән һауыҡтырған

Әгәр ошо пәйғәмбәр, уның эштәре һәм өйрәтеүҙәре тураһында белем алһаҡ, беҙ мәңге Хоҙайҙың ҡайғыртыуын тойоп йәшәрбеҙ.

Изге Яҙманан Ғайса пәйғәмбәрҙең тормошо һәм өйрәтеүҙәре тураһында күп нәмә белеп була. Алла уға мөғжизәләр ҡылырға, мәҫәлән һуҡыр, һаңғырау, аҡһаҡ кешеләрҙе һауыҡтырырға көс биргән. Ғайса хатта үлгәндәрҙе терелткән. Шуның менән ул Аллаһы Тәғәләнең киләсәктә бөтә кешелек өсөн нимә эшләйәсәген күрһәткән. Ғайса пәйғәмбәр Хоҙайҙың вәғәҙәләренең үтәлешен күрер өсөн беҙҙең һәр беребеҙгә нимә эшләргә кәрәклеген былай тип аңлатҡан: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү — ана шул мәңгелек тормош» (Яхъя 17:3).

Ғайса пәйғәмбәр ҡыҙғаныусан, яғымлы һәм игелекле булған. Ғайсаның: «Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин — йыуаш, баҫалҡы, шул мәлдә күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ», — тигән саҡырыуына яуап итеп, ирҙәр һәм ҡатындар, ололар һәм йәштәр уның янына ағылған (Матфей 11:29). Ҡатын-ҡыҙға түбәнһетеп ҡараған шул замандағы ирҙәрҙән айырмалы рәүештә, Ғайса ҡатындарға ҡарата хөрмәтле һәм игелекле булған.

Беҙҙең өсөн һабаҡ. Ғайса пәйғәмбәр кешеләрҙе бик ныҡ яратҡан һәм бер-беребеҙ менән дөрөҫ мөғәмәлә итеүҙә бөйөк үрнәк ҡалдырған.

ҒАЙСА — АЛЛА ТҮГЕЛ

Изге Яҙмала, «Аллабыҙ берәү генә», тип әйтелә, ә Ғайса Мәсих уның тыйнаҡ хәбәрсеһе генә (1 Коринфтарға 8:6). Ғайса, Алла минән бөйөгөрәк һәм мине ергә Алла ебәрҙе, тип ап-асыҡ әйткән (Яхъя 11:41, 42; 14:28) *.

^ 17 абз. Ғайса Мәсих тураһында күберәк белер өсөн, «Ысын иман — бәхетле тормош асҡысы» тигән брошюраның 8-се һәм 9-сы бүлектәрен ҡарағыҙ. Уны www.mr1310.com/ba сайтында табып була.