Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һеҙ кешеләргә, уларҙың йәше, милләте йә диненә ҡарамаҫтан, ярҙам итә алаһығыҙмы?

Башҡаларға ярҙам иткән кешеләр өсөн бүләк

Башҡаларға ярҙам иткән кешеләр өсөн бүләк

Был донъяла күп кеше ризыҡҡа һәм йәшәү урынына мохтаж. Ә ҡайһы берәүҙәр киләсәккә өмөтөн юғалтҡан. Шундай кешеләргә ярҙам итеүебеҙҙе Аллаһы Тәғәлә, һис шикһеҙ, күрәсәк һәм бүләкләйәсәк.

ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

«Мохтаж әҙәмгә илтифат күрһәткән кеше Йәһүәгә бурысҡа биргән була, Хоҙай уға бының өсөн әжерен ҡайтарыр» (ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 19:17).

БАШҠАЛАРҒА НИСЕК ЯРҘАМ ИТЕРГӘ?

Ғайса пәйғәмбәр юлбаҫарҙар һөжүменә дусар булған бер кеше тураһында хикәйә һөйләгән. Улар уның кейемен һалдырып алған һәм, туҡмап, үлем хәлендә ҡалдырып киткән (Лука 10:29—37). Бер юлсы, йәлләп, уға ярҙам иткән. Яраланған кешенең башҡа милләттән булыуына ҡарамаҫтан, уның хаҡында хәстәрлек күргән.

Был изгелекле кеше зыян күргән кешегә тәүге ярҙам күрһәтеп, аҡса менән ярҙам итеп кенә ҡалмаған, ә ҡайғыһын да еңеләйткән.

Был хикәйә нимәгә өйрәтә? Беҙгә башҡаларға ярҙам итер өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләргә кәрәк (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:27). Изге Яҙмала, оҙаҡламай Алла ярлылыҡ һәм ғазаптарҙы бөтөрәсәк, тип әйтелә. Әммә, ул быны нисек һәм ҡасан эшләр, тигән һорау тыуа. Киләһе мәҡәләлә ҡайғыртыусан Алланың ниндәй киләсәк вәғәҙә иткәне һөйләнелә.