Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Артабан да бер-беребеҙҙе туғандарса яратып йәшәйек!

Артабан да бер-беребеҙҙе туғандарса яратып йәшәйек!

«Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ» (ЕВР. 13:1).

ЙЫРҘАР: 3, 20

1, 2. Ни өсөн Паул еврей мәсихселәренә хат яҙған?

БЕҘҘЕҢ эраның 61 йылы. Израиль ерендәге мәсихсе йыйылыштар сағыштырмаса тыныслыҡта йәшәй. Илсе Паул, Римда төрмәлә ултыра, әммә ул тиҙҙән иреккә сығырға өмөтләнә. Уның хеҙмәттәше Тимуте әле генә төрмәнән азат ителгән, һәм улар Йәһүҙиәләге ҡәрҙәштәре янына барып килергә ниәтләй (Евр. 13:23). Әммә биш йылдан һуң Иерусалим, тап Ғайса пәйғәмбәрлек иткәнсә, «ғәскәр менән ҡамап» алынасаҡ. Ул ваҡытта Йәһүҙиәлә һәм айырыуса Иерусалимда йәшәгән мәсихселәр кисекмәҫтән эш итергә тейеш буласаҡ. Ғайса уларҙы, алдан әйтелгән ваҡиғаларҙың үтәлә башлауын күреү менән ҡасығыҙ, тип киҫәткән (Лука 21:20—24).

2 Ғайса был пәйғәмбәрлекте әйткәндән һуң 28 йыл үтә. Йәһүд мәсихселәре инде күп ҡаршылыҡтар, эҙәрләүҙәр кисергән һәм Аллаға тоғро булып ҡалған (Евр. 10:32—34). Шулай ҙа Паул уларҙың оҙаҡламай иң ауыр иман һынауҙарына дусар буласағын белә (Мат. 24:20, 21; Евр. 12:4). Ул уларҙың юлдарында осраясаҡ һәр төрлө һынауға әҙер булыуын теләй. Ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыр өсөн, уларға бик ҙур сыҙамлыҡ һәм көслө иман кәрәк буласаҡ. (Еврейҙарға 10:36—39-ҙы уҡығыҙ.) Шуға күрә Паул, ҡәҙерле ҡәрҙәштәрен буласаҡ ваҡиғаларға әҙерләр өсөн, Йәһүәнең рухы менән һуғарылып, уларға хат яҙа. Хәҙер был хат Еврейҙарға тигән китап булараҡ билдәле.

3. Ни өсөн Еврейҙарға китабы беҙҙең иғтибарға лайыҡ?

3 Паулдың беренсе быуатта йәшәгән еврей мәсихселәренә яҙған хаты һәр беребеҙҙең иғтибарына лайыҡ. Ни өсөн? Сөнки беҙҙең шарттарыбыҙ уларҙыҡына оҡшаш. Был «ауыр ваҡыттар[ҙа]» йәшәп, Йәһүәнең халҡы төрлө ҡаршылыҡтар һәм эҙәрләүҙәргә дусар була (2 Тим. 3:1, 12). Һис шикһеҙ, беҙ иманыбыҙҙың көслө булыуын һәм Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булыуыбыҙҙы эштәребеҙ менән раҫланыҡ. Шулай ҙа күпселегебеҙ сағыштырмаса тыныс шарттарҙа йәшәй һәм туранан-тура эҙәрләүҙәр менән осрашмай. Ләкин, Паул көндәрендә йәшәгән мәсихселәр кеүек, һәр беребеҙгә бер мөһим фактты иҫтә тоторға кәрәк: оҙаҡламай беҙҙе иң ауыр иман һынауы көтә! (Лука 21:34—36-ны уҡығыҙ.)

4. Ниндәй шиғыр 2016 йылдың йыллыҡ шиғыры итеп һайланды, һәм ни өсөн ул бик тә урынлы?

4 Тиҙҙән буласаҡ ваҡиғаларға әҙер булырға беҙгә нимә ярҙам итер? Еврейҙарға яҙған хатында Паул иманыбыҙҙы нығытырға ярҙам иткән күп кенә нәмәләрҙе иҫкә ала. Шуларҙың береһе был хаттың һуңғы бүлегенең беренсе шиғырында яҙылған. Унда: «Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ», — тиелгән (Евр. 13:1). Был һүҙҙәр 2016 йылдың йыллыҡ шиғыры итеп һайланды.

2016 йылдың йыллыҡ шиғыры: «Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ» (Еврейҙарға 13:1).

ТУҒАНДАРСА ЯРАТЫУ НИМӘ УЛ?

5. Туғандарса яратыу нимә ул?

5 Туғандарса яратыу күрһәтеп йәшәү беҙҙең өсөн нимәне аңлата? Паул ҡулланған филаделфи́а тигән грек һүҙе һүҙмә-һүҙ «туғанды ғәзиз күреү» тигән мәғәнә йөрөтә. Туғандарса яратыу — көслө һәм йылы мөнәсәбәттәрҙе үҙ эсенә алған яратыу төрө. Ундай мөнәсәбәттәр, ғәҙәттә, ғаилә ағзалары йә яҡын дуҫтар араһында була (Яхъя 11:36). Беҙ ҡәрҙәштәр булып ҡына ҡыланмайбыҙ, беҙ — ысын мәғәнәлә ҡәрҙәштәр (Мат. 23:8). Беҙҙең бер-беребеҙгә ҡарата көслө хистәребеҙ матур итеп бындай һүҙҙәр менән тасуирлана: «Бер-берегеҙҙе туғандарса эскерһеҙ яратығыҙ, бер-берегеҙҙе үҙегеҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ хөрмәт итегеҙ» (Рим. 12:10). Яратыуҙың был төрө, принциптарға нигеҙләнгән мөхәббәт, йәғни ага́пе менән бергә күрһәтелгәндә, Алла хеҙмәтселәрен берләштереп, улар араһында яҡын мөнәсәбәттәр булдыра.

6. Ысын мәсихселәр «туғандарса яратыу» тигән һүҙбәйләнеште нисек аңлай?

6 Бер белгес әйтеүенсә, «„туғандарса яратыу“ тигән һүҙбәйләнеш, христиан әҙәбиәтенән тыш, сағыштырмаса һирәк осрай». Йәһүд динендә «ҡәрҙәш» тигән һүҙ ҡайһы саҡ туғандарға ғына түгел, ә һәр бер йәһүд кешеһенә ҡарата ҡулланылһа ла, башҡа халыҡ кешеләренә ҡарата был һүҙ бер ҡасан да ҡулланылмаған. Мәсихселәр иһә бөтә имандаштарын, ниндәй генә милләттән булмаһындар, үҙ ҡәрҙәштәре итеп күрә (Рим. 10:12). Бер-беребеҙҙе туғандарса яратырға беҙҙе Йәһүә өйрәтә (1 Фес. 4:9). Әммә ни өсөн бер-беребеҙҙе туғандарса яратып йәшәү мөһим?

НИ ӨСӨН ТУҒАНДАРСА ЯРАТЫП ЙӘШӘҮ ҮТӘ МӨҺИМ?

7. а) Бер-беребеҙҙе туғандарса яратыр өсөн иң мөһим сәбәп ниндәй? б) Бер-беребеҙгә ҡарата яратыуҙы нығытыр өсөн тағы ниндәй сәбәп бар?

7 Беҙ бер-беребеҙҙе туғандарса яратырға теләйбеҙ, сөнки быны беҙҙән Йәһүә көтә. Ҡәрҙәштәребеҙҙе яратмаһаҡ, Алланы яратам тип әйтә алмайбыҙ (1 Яхъя 4:7, 20, 21). Өҫтәүенә, беҙ бер-беребеҙгә мохтаж, ә ауыр ваҡыттарҙа был айырыуса мөһим. Паул, еврей мәсихселәренә хат яҙғанда, тиҙҙән уларҙың ҡайһы берҙәренә өйҙәрен һәм мөлкәтен ҡалдырып китергә тура киләсәген белгән. Ғайса был ваҡыттың ни тиклем ауыр буласағын алдан уҡ тасуирлаған (Марк 13:14—18; Лука 21:21—23). Шуға күрә мәсихселәргә бер-береһен тағы ла нығыраҡ яратырға кәрәк булған (Рим. 12:9).

8. Ҙур афәт башланмаҫ борон, беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

8 Оҙаҡламай кешелек тарихындағы иң ҙур афәттең емергес елдәре ысҡындырып ебәреләсәк (Марк 13:19; Асыл. 7:1—3). Шул саҡта беҙгә Алла тарафынан бирелгән бындай етәкселек буйынса эш итергә кәрәк булыр: «Бар, халҡым, эске бүлмәләреңә ин һәм артыңдан ишектәреңде яп. Алланың ярһыуы баҫылғансы, бер аҙға ғына йәшен» (Ишағ. 26:20). Был «эске бүлмәләр», күрәһең, йыйылыштарыбыҙға ҡарай. Унда беҙ ҡәрҙәштәребеҙ менән Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыр өсөн бергә йыйылабыҙ. Әммә даими бергә йыйылыу ғына әҙ. Паул еврей мәсихселәренә бындай осрашыуҙарҙы бер-береһен «мөхәббәт менән изге эштәргә» дәртләндерер өсөн ҡулланырға кәрәклеген иҫтәренә төшөргән (Евр. 10:24, 25). Туғандарса яратыуҙы хәҙер нығытырға кәрәк, сөнки киләсәктә был беҙгә һәр ҡайһы һынауҙы һәм ауырлыҡты еңеп сығырға ярҙам итәсәк.

9. а) Бөгөн беҙҙең туғандарса яратыу күрһәтергә ниндәй мөмкинлектәребеҙ бар? б) Йәһүә халҡының нисек туғандарса яратыу күрһәткәнен һөйләп бирегеҙ.

9 Хатта бөгөн дә, ҙур афәт башланғансы, беҙгә бер-беребеҙҙе туғандарса яратырға бик кәрәк. Күп ҡәрҙәштәребеҙ ер тетрәү, һыу баҫыу, көслө дауыл, цунами һәм башҡа тәбиғәт афәттәренән ҙур зыян күргән. Башҡалары иһә ҡаршылыҡтар һәм эҙәрләүҙәргә дусар була (Мат. 24:6—9). Өҫтәүенә, был боҙоҡ донъя төҙөлөшөндә йәшәгәнгә, беҙ көн дә матди ауырлыҡтар кисерәбеҙ (Асыл. 6:5, 6). Ҡыйынлыҡтар күбәйгән һайын, беҙҙең бер-беребеҙгә ҡарата тәрән яратыу күрһәтергә мөмкинлектәребеҙ ҙә күбәйә. «Байтаҡтарҙың мөхәббәте һыуын[һа]» ла, беҙгә артабан да бер-беребеҙҙе туғандарса яратып йәшәргә кәрәк (Мат. 24:12) [1].

НИСЕК ТУҒАНДАРСА ЯРАТЫУ КҮРҺӘТЕП ЙӘШӘРГӘ?

10. Беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ?

10 Бөгөн күп ҡыйынлыҡтар кисерһәк тә, нисек туғандарса яратыуҙы һүрелдермәҫкә? Ҡәрҙәштәребеҙҙе бындай мөхәббәт менән яратыуҙы нисек күрһәтергә? «Туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ» тип әйткәс, илсе Паул быны нисек эшләп булғанын әйтеп китә. Әйҙәгеҙ, алты мөмкинлекте ҡарап сығайыҡ.

11, 12. Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү нимәне аңлата? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

11 «Ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә онотмағыҙ». (Еврейҙарға 13:2-не уҡығыҙ.) Изге Яҙманың төп нөсхәһендә «ҡунаҡсыллыҡ» тип тәржемә ителгән һүҙ «сит кешегә игелек күрһәтеү» тигәнде аңлата. Был беҙгә Ибраһим һәм Луттың миҫалын иҫкә төшөрә. Уларҙың икеһе лә таныш булмаған юлсыларҙы игелек менән ҡабул иткән, ә был юлсылар фәрештәләр булып сыҡҡан (Баш. 18:2—5; 19:1—3). Ошо миҫалдарҙы телгә алып, Паул еврей мәсихселәрен ҡунаҡсыл булырға һәм шулай итеп туғандарса яратыу сағылдырырға дәртләндергән.

12 Беҙ, башҡаларҙы бергә ҡапҡылап алырға йәки күңелле итеп аралашырға саҡырып, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтәбеҙме? Бының өсөн хан туйындағылай һый-хөрмәт әҙерләргә кәрәкмәй. Шулай уҡ яҡшылыҡ менән кире ҡайтара алырҙай кешеләрҙе генә ҡунаҡ итеү дөрөҫ булмаҫ ине (Лука 10:42; 14:12—14). Маҡсатыбыҙ — башҡаларҙы таң ҡалдырыу түгел, ә бер-беребеҙҙе рухландырыу! Район күҙәтсеһен һәм уның ҡатынын яҡшы белмәһәк тә, уларҙы ҡунаҡҡа саҡырырға әҙербеҙме? (3 Яхъя 5—8). Ваҡытыбыҙ әҙ булғанға һәм аҙым һайын стресс кисергәнгә, «ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә онотмағыҙ» тигән кәңәш бик урынлы!

13, 14. Төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәрҙе беҙ нисек иҫтә тота алабыҙ?

13 «Төрмәлә ултырған кешеләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ». (Еврейҙарға 13:3-тө уҡығыҙ.) Паул бында төрмәлә ултырған бар кешеләрҙе лә күҙ уңында тотмай. Ул төрмәлә үҙ имандары өсөн ултырған ҡәрҙәштәр хаҡында әйтә. Еврей мәсихселәренә был хатты яҙған саҡта Паул үҙе инде дүрт йыл самаһы төрмәлә ултырған була (Флп. 1:12—14). Ул ҡәрҙәштәрҙе: «Һеҙ тотҡонлоҡтағыларға шәфҡәт күрһәттегеҙ», — тип маҡтаған (Евр. 10:34). Паулға төрмәлә ултырған сағында ярҙам иткән ҡәрҙәштәрҙән айырмалы булараҡ, еврей мәсихселәре унан йыраҡ булған. Улайһа, улар нисек уны иҫтә тота алған? Уның өсөн ҡайнар доғалар ҡылып (Евр. 13:18, 19).

14 Бөгөн беҙ ҙә төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәрҙән йыраҡ булырға мөмкин. Уларға яҡын йәшәгән Шаһиттарҙан айырмалы булараҡ, беҙ, бәлки, ундай ҡәрҙәштәргә ғәмәли ярҙам күрһәтә алмайбыҙҙыр. Әммә, был тоғро имандаштарыбыҙҙы һәр ваҡыт иҫтә тотоп һәм улар өсөн Йәһүәгә ҡайнар доғалар ҡылып, беҙ шәфҡәтлелек һәм туғандарса яратыу сағылдыра алабыҙ. Мәҫәлән, беҙ Эритреяла төрмәлә ултырған күп ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәрҙе һәм хатта балаларҙы иҫебеҙҙә тотабыҙмы? Улар араһында инде 20 йылдан ашыу төрмәлә ултырған Пау́лос Ия́ссу, Исаак Мо́гос һәм Неге́де Те́клемариам исемле ҡәрҙәштәр бар.

15. Беҙ никахыбыҙҙы нисек юғары баһалай алабыҙ?

15 «Барыһы ла никахты юғары баһалаһын». (Еврейҙарға 13:4-те уҡығыҙ.) Беҙ туғандарса яратыуҙы әхлаҡи сафлыҡ һаҡлап та күрһәтә алабыҙ (1 Тим. 5:1, 2). Әгәр йыйылышта берәйһе ағай- йә апай-ҡәрҙәш йә уның туғаны менән әхлаҡһыҙлыҡ ҡылһа, ул, был ҡәрҙәштең хоҡуҡтарына нәфсеһен һуҙып, уға зыян килтерер ине, һәм һөҙөмтәлә был бер-беребеҙгә ышанысты емерер ине (1 Фес. 4:3—8). Бынан тыш, апай-ҡәрҙәш тормош иптәшенең порнография ҡарап хыянат итеүен белһә, уның ниндәй хис-тойғолар кисергәнен күҙ алдына килтереп кенә ҡарағыҙ. Бындай тәртибе менән ир ҡатынына яратыу һәм никах ҡоролошона хөрмәт күрһәтер инеме? (Мат. 5:28)

16. Ҡәнәғәтлек беҙгә нисек туғандарса яратыу күрһәтергә ярҙам итә?

16 «Бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ». (Еврейҙарға 13:5-те уҡығыҙ.) Ысын ҡәнәғәтлек Йәһүәгә ышаныуға нигеҙләнгән. Ҡәнәғәтлек беҙгә матди нәмәләргә дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам итә (1 Тим. 6:6—8). Беҙ Йәһүә һәм имандаштар менән мөнәсәбәттәрҙең аҡсаға һатып алып булған һәр нәмәнән күпкә мөһимерәк булыуын аңлайбыҙ. Ҡәнәғәт кеше зарланмай, мыжымай һәм башҡаларҙа кәмселектәр эҙләмәй. Ул көнсөллөккә һәм ҡомһоҙлоҡҡа бирелмәй, сөнки бындай хистәр туғандарса яратыуҙы юҡҡа сығара. Киреһенсә, ҡәнәғәт кеше йомарт була (1 Тим. 6:17—19).

17. Ҡыйыу булыу беҙгә нисек туғандарса яратыу күрһәтергә ярҙам итә?

17 Ҡыйыу булығыҙ. (Еврейҙарға 13:6-ны уҡығыҙ.) Ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, Йәһүәгә таяныу беҙгә ҡыйыулыҡ өҫтәй. Ундай ҡыйыулыҡ иһә беҙгә бөтә нәмәгә ыңғай ҡарашта булырға ярҙам итә. Туғандарса яратыу, ыңғай ҡараш менән бер рәттән, беҙҙе имандаштарҙы нығытырға һәм йыуатырға һәләтле итә (1 Фес. 5:14, 15). Һәм хатта ҙур афәт ваҡытында был донъя өсөн иң ҡараңғы осор башланғанда ла, беҙ, ҡотолоуыбыҙ яҡынлашыуын белгәнгә, турайып баҫып, баштарыбыҙҙы күтәрә алырбыҙ (Лука 21:25—28).

Өлкәндәрҙең беҙҙең хаҡҡа башҡарған хеҙмәтен ҡәҙерләйһеңме? (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18. Өлкәндәргә ҡарата туғандарса яратыуҙы нисек нығытып була?

18 Үҙ өҫтәренә етәкселек алған кешеләрҙе «иҫегеҙҙә тотоғоҙ». (Еврейҙарға 13:7, 17-не уҡығыҙ.) Өлкәндәрҙең беҙҙең хаҡҡа бушлай башҡарған ауыр хеҙмәте тураһында уйланғанда, уларға ҡарата туғандарса яратыуыбыҙ һәм рәхмәт хисебеҙ көсәйә бара. Беҙ уларҙың тәртибебеҙ арҡаһында шатлыҡ юғалтыуҙарын йәки көрһөнөп хеҙмәт итеүҙәрен бер ҙә теләмәйбеҙ. Киреһенсә, тыңлаусан һәм күндәм булып, беҙ «хеҙмәттәре өсөн уларға айырыуса оло ихтирам» һәм яратыу күрһәтербеҙ (1 Фес. 5:13).

БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ ТАҒЫ ЛА НЫҒЫРАҠ ЯРАТАЙЫҠ

19, 20. Беҙ нисек туғандарса яратыуҙы тағы ла яҡшыраҡ күрһәтә алабыҙ?

19 Һис шикһеҙ, Йәһүәнең хеҙмәтселәре туғандарса яратыуы менән билдәле. Паул бының беренсе быуатта ла шулай булғанын әйтеп киткән. Ләкин шунан ул бөтә ҡәрҙәштәрен бер-береһен «тағы ла нығыраҡ ярат[ырға]» өндәгән (1 Фес. 4:9, 10). Был яҡтан һәр ваҡыт яҡшырып була!

20 Быйыл, йыллыҡ шиғырға күҙ һалғанда, бындай һорауҙар хаҡында уйланығыҙ: мин тағы ла ҡунаҡсылыраҡ була аламмы? Төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәребеҙҙе нисек иҫемдә тота алам? Алланың никах бүләгенә тейешле хөрмәт күрһәтәмме? Миңә ҡәнәғәт булырға нимә ярҙам итә ала? Йәһүәгә ышанысымды нисек арттыра алам? Үҙ өҫтәренә етәкселек алыусылар менән нисек тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәттәшлек итә алам? Ошо алты өлкәлә тырышлыҡ һалһаҡ, йыллыҡ шиғыр беҙҙең өсөн Батшалыҡ Залындағы стенала эленеп торған ябай яҙыу ғына булмаясаҡ. Ул беҙгә «бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ» тигән кәңәш буйынса эш итергә кәрәклеген иҫебеҙгә төшөрөп торасаҡ (Евр. 13:1).

^ [1] (9-сы абзац) Йәһүә Шаһиттарының афәттәр ваҡытында бер-береһенә күрһәткән туғандарса яратыуы хаҡында «Күҙәтеү манараһы» (урыҫ), 2002 йыл, 15 июль, 8—9 бб. һәм «Йәһүә Шаһиттары — Алла Батшалығының вәғәзселәре» тигән китаптың (урыҫ) 19-сы бүлегенән уҡығыҙ.