Матфай яҙған 5:1—48

  • ТАУҘАҒЫ ВӘҒӘЗ (1—48)

    • Ғайса тауҙа өйрәтә башлай (1, 2)

    • Бәхетле булыр өсөн туғыҙ сәбәп (3—12)

    • Тоҙ һәм яҡтылыҡ (13—16)

    • Ғайса Ҡанунды үтәр өсөн килгән (17—20)

    • Асыу тотоу (21—26), зина ҡылыу (27—30), айырылышыу (31, 32), ант биреү (33—37), үс алыу (38—42), дошмандарҙы яратыу тураһында (43—48) кәңәштәр

5  Күп халыҡты күреп, Ғайса тауға менде. Ул ултырғас, янына шәкерттәре килде.  Шунан һуң Ғайса уларҙы өйрәтә башланы:  «Рухи нәмәләргә һыуһағандар* бәхетле, сөнки күктәр Батшалығы уларҙыҡы.  Ҡайғы-хәсрәт кисереүселәр бәхетле, сөнки уларҙы йыуатырҙар.  Йыуаштар* бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.  Тәҡүәлеккә сарсағандар бәхетле, сөнки уларҙың һыуһыны ҡандырылыр.  Мәрхәмәтлеләр бәхетле, сөнки уларға мәрхәмәт күрһәтелер.  Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер.  Тыныслыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары* тип аталыр. 10  Тәҡүәлек өсөн эҙәрләнгәндәр бәхетле, сөнки күктәр Батшалығы уларҙыҡы. 11  Кешеләр һеҙҙе минең арҡала мыҫҡыл иткәндә, эҙәрләгәндә һәм төрлө ялған һүҙҙәр һөйләп яманлағанда, һеҙ бәхетле. 12  Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктә һеҙҙе ҙур бүләк көтә. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләгәндәр бит. 13  Һеҙ — ерҙең тоҙо. Әммә тоҙ үҙ тәмен юғалтһа, уны нисек ҡабат тоҙло итергә? Ул инде бер нәмәгә лә яраҡлы түгел, уны сығарып, аяҡ аҫтына ташларға ғына ҡала. 14  Һеҙ — донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында урынлашҡан ҡала күренмәй ҡала алмай. 15  Шәм яндырғас, уны һауыт аҫтына түгел, ә шәмдәлгә ҡуялар, ул өйҙәгеләрҙең барыһына ла яҡтырта. 16  Шуның кеүек үк, кешеләр яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, күктәге Атайығыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа шулай балҡыһын. 17  Мине, Ҡанунды һәм пәйғәмбәрҙәр яҙғанды юҡҡа сығарырға килгән, тип уйламағыҙ. Мин юҡҡа сығарырға түгел, ә үтәргә килдем. 18  Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хатта ер менән күк юҡҡа сыҡһа ла, Ҡанундағы иң бәләкәй хәреф тә, хәрефтең бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ. Унда яҙылғандарҙың бөтәһе лә үтәләсәк. 19  Шуға күрә кем мөһим булып күренмәгән берәй әмерҙе боҙа һәм башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, шул күктәр Батшалығына инергә лайыҡ түгел. Ә кем әмерҙәрҙе үтәй һәм башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, шул күктәр Батшалығына инергә лайыҡ. 20  Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүәлегегеҙ ҡанун белгестәре һәм фарисейҙарҙыҡы кеүек кенә булһа, һеҙ күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ. 21  Һеҙ ата-бабаларығыҙға: „Үлтермә. Кеше үлтереүсе суд алдында яуап бирәсәк“, — тип әйтелгәнде беләһегеҙ. 22  Ә мин һеҙгә әйтәм: кем ҡәрҙәшенә асыу тотоп йөрөй, шул суд алдында яуап бирер. Кем ҡәрҙәшен тупаҫ һүҙ әйтеп кәмһетә, шул Юғары суд алдында яуап бирер. Ә кем уға: „Һин ахмаҡ!“ — тип әйтә, шуның утлы Гәһәннәгә* эләгеүе бар. 23  Ҡорбан усағы янына бүләк килтергәндә, ҡәрҙәшеңдең һиңә үпкәләгәнен иҫеңә төшөрһәң, 24  бүләгеңде ҡорбан усағы алдында ҡалдыр ҙа тәүҙә барып, ҡәрҙәшең менән татыулаш. Шунан кире килеп, бүләгеңде бир. 25  Дәғүәсең менән бәхәсте тиҙерәк, судҡа китеп барған саҡта уҡ яйға һал. Юғиһә, ул һине — хөкөмсөгә*, ә хөкөмсө һаҡсыға тапшырыр, һәм һине төрмәгә ташларҙар. 26  Һиңә әйтәм: бурысыңды һуңғы тиненә тиклем* түләп бөтмәйенсә, унан сыҡмаҫһың. 27  Һеҙ: „Зина ҡылма“, — тип әйтелгәнде беләһегеҙ. 28  Ә мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси дәрт менән ҡараусы күңелендә уның менән инде зина ҡылған була. 29  Әгәр ҙә уң күҙең һине гонаһҡа тартһа, уны умырып алып ташла. Бөтөн тәнең Гәһәннәгә ырғытылыуға ҡарағанда, бер күҙһеҙ ҡалыуың хәйерлерәк. 30  Әгәр уң ҡулың һине гонаһҡа тартһа, уны сабып ырғыт. Бөтөн тәнең Гәһәннәгә эләгеүгә ҡарағанда, бер ҡулһыҙ ҡалыуың хәйерлерәк. 31  Өҫтәүенә: „Ҡатыны менән айырылышҡан кеше уға айырылышыу ҡағыҙы бирергә тейеш“, — тиелгән. 32  Ә мин һеҙгә әйтәм: әгәр ир ҡатынынан енси әхлаҡһыҙлыҡ* сәбәбе булмай тороп айырылһа, ул уны зина ҡылыуға этәрә, һәм кем айырылышҡан ҡатынға өйләнә, шул зина ҡыла. 33  Тағы һеҙ ата-бабаларығыҙға: „Анттарыңды боҙма, Йәһүәгә биргән нәҙерҙәреңде үтә“, — тип әйтелгәнде беләһегеҙ. 34  Ә мин һеҙгә әйтәм: бөтөнләй ант итмә. Күк менән дә ант итмә, сөнки ул — Алланың тәхете; 35  ер менән дә ант итмә, сөнки ул — уның аяҡ аҫты; Йәрүсәлим менән дә ант итмә, сөнки ул — бөйөк Батшаның ҡалаһы. 36  Башың менән дә ант итмә, сөнки сәсеңдең бер бөртөгөн дә аҡ йә ҡара итә алмайһың. 37  Һеҙҙең „эйе“ тигәнегеҙ — „эйе“, „юҡ“ тигәнегеҙ „юҡ“ булһын, шунан артығы — Иблистән*. 38  Һеҙ: „Күҙ өсөн күҙ, теш өсөн теш“, — тип әйтелгәнде беләһегеҙ. 39  Ә мин һеҙгә әйтәм: яуыз кешегә ҡаршылыҡ күрһәтмә. Берәйһе уң яңағыңа һуҡһа, уға һул яңағыңды ла бор. 40  Берәйһе һинең менән судлашып, эске күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫ кейемеңде лә бир. 41  Хакимлыҡҡа эйә булған берәйһе һине бер саҡрым* ара үтергә мәжбүр итһә, уның менән ике саҡрым ара үт. 42  Һораған кешегә бир, үҙеңдән бурысҡа алырға* теләүсегә артың менән боролма. 43  Һеҙ: „Яҡыныңды ярат, дошманыңды нәфрәт ит“, — тип әйтелгәнде беләһегеҙ. 44  Ә мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм эҙәрләүселәрегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. 45  Шулай эшләп, һеҙ күктәге Атайығыҙҙың балалары икәнегеҙҙе күрһәтерһегеҙ, сөнки ул үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүәләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра. 46  Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратаһығыҙ икән, ниндәй бүләк көтәһегеҙ? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни? 47  Әгәр ҡәрҙәштәрегеҙҙе генә сәләмләйһегеҙ икән, иҫ китерлек нимә эшләйһегеҙ? Башҡа халыҡ кешеләре лә шулай эшләмәйме ни? 48  Шулай итеп, күктәге Атайығыҙ камил* булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.

Төшөрмәләр

Йәки «Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар». Һүҙмә-һүҙ «рухтары менән ярлы булғандар».
Йәки «үҙҙәрен кесе итеп тотҡандар».
Һүҙмә-һүҙ «улдары».
Йәғни судьяға.
Һүҙмә-һүҙ «һуңғы кодрантына тиклем».
Грекса порне́йа. Һүҙлекте ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «яуыздан».
Һүҙмә-һүҙ «миль». Күрәһең, Рим миле (1 479,5 м).
Йәғни процентһыҙ бурысҡа алырға.
Йәки «тулы».