Матфай яҙған 19:1—30

  • Никах һәм айырылышыу (1—9)

  • Яңғыҙ булыу бүләге (10—12)

  • Ғайса балаларға ҡулын ҡуя (13—15)

  • Бай егет менән һөйләшеү (16—24)

  • Батшалыҡ хаҡына ҡорбандар (25—30)

19  Һүҙен тамамлағас, Ғайса Ғәлиләйәнән китеп, Иордан аръяғындағы Йәһүҙиә сиктәренә килде.  Уның артынан бик күп кеше эйәрҙе, һәм ул шунда уларҙы һауыҡтырҙы.  Ғайса янына фарисейҙар килде һәм, уны һынарға теләп: «Ир кешегә теләгән бер сәбәп арҡаһында ҡатынынан айырылырға рөхсәт ителәме?» — тип һораны.  Ғайса яуапланы: «Уҡыманығыҙмы ни? Иң башта Булдырыусы ир менән ҡатынды барлыҡҡа килтергән дә  былай тигән: „Шуға күрә ир ата-әсәһен ҡалдырыр ҙа һәр ваҡыт ҡатыны менән булыр*, һәм икеһе бер бөтөн* булып китер“.  Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн*. Шулай булғас, Алла ҡушҡанды* кеше айырырға тейеш түгел».  Фарисейҙар унан: «Улайһа, ни өсөн Муса айырылышыу ҡағыҙы яҙырға ҡушҡан һәм айырылышырға рөхсәт иткән?» — тип һораны.  Ғайса әйтте: «Һеҙ ҡаты күңелле булғанға, Муса ҡатындарығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән, әммә иң баштан улай булмаған.  Һеҙгә шуны әйтәм: кем, енси әхлаҡһыҙлыҡ* сәбәбе булмай тороп, ҡатынынан айырыла һәм башҡаға өйләнә, шул зина ҡыла». 10  Шәкерттәре уға: «Ул саҡта бөтөнләй өйләнмәү яҡшыраҡ», — тине. 11  Ул уларға әйтте: «Бөтәһе лә улай йәшәй алмай, кемдең шундай бүләге бар, шулар ғына шулай йәшәй ала. 12  Ҡайһы берәүҙәр өйләнә алмай*, сөнки улар шундай булып тыуған, икенселәрен кешеләр шундай иткән, ә кемдер күктәр Батшалығы хаҡына өйләнмәҫкә хәл итә. Кем өйләнмәй йәшәй ала, шулай йәшәһен». 13  Шунан, Ғайса ҡулын ҡуйып доға ҡылһын өсөн, уға бәләкәй балаларҙы килтерә башланылар. Ләкин шәкерттәр уларҙы шелтәләй ине. 14  Шунда Ғайса әйтте: «Балаларҙы үткәрегеҙ, уларға минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ, сөнки күктәр Батшалығы тап ошондайҙарҙыҡы». 15  Балаларға ҡулын ҡуйғандан һуң, Ғайса унан китте. 16  Шунан һуң Ғайса янына бер егет килеп: «Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн, миңә ниндәй изгелек эшләргә?» — тип һораны. 17  Ғайса уға былай тине: «Нишләп һин изгелек тураһында минән һорайһың? Алла ғына изгелекле. Әгәр ҙә мәңгелек тормош алырға теләйһең икән, әмерҙәрҙе үтә». 18  Теге егет: «Ҡайһыларын?» — тип һораны. Ғайса яуап бирҙе: «Үлтермә, зина ҡылма, урлама, ялған шаһитлыҡ бирмә, 19  атай-әсәйеңде хөрмәт ит, яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». 20  Егет уға: «Мин быларҙың барыһын да үтәйем. Миңә тағы нимә эшләргә?» — тине. 21  Ғайса уға әйтте: «Әгәр ҙә камил булырға теләһәң, бар ҙа үҙеңдең бөтә мөлкәтеңде һатып, аҡсаһын ярлыларға өләш, һәм һинең күктә байлығың булыр. Шунан һуң кил дә миңә эйәр». 22  Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, егет күңеле төшөп китеп барҙы, сөнки ул бик бай ине. 23  Шунда Ғайса шәкерттәренә былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бай кешегә күктәр Батшалығына инеү ҡыйын буласаҡ. 24  Һеҙгә тағы шуны әйтәм: бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк». 25  Быны ишеткәс, шәкерттәр бик ныҡ аптырап: «Улайһа, кем ҡотола ала һуң?» — тиеште. 26  Ғайса уларға ҡарап: «Кешеләр быны булдыра алмай, ә Алла барыһын да булдыра ала», — тине. 27  Шунда Петер әйтте: «Ә беҙ? Беҙ бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, һиңә эйәрҙек. Бының өсөн беҙгә нимә булыр?» 28  «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, — тине Ғайса, — бөтә нәмә яңыртылған ваҡытта, Әҙәм Улы үҙенең шөһрәтле тәхетенә ултырғас, һеҙ, миңә эйәргәндәр, 12 тәхеткә ултырып, Исраилдың 12 ҡәбиләһен хөкөм итерһегеҙ. 29  Өйөн, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, атаһын, әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын минең исемем хаҡына ҡалдырған һәр кем 100 тапҡырға күберәк аласаҡ, һәм уға мәңгелек тормош биреләсәк. 30  Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе — һуңғы, ә һуңғылар иһә беренсе булыр.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «йәбешер».
Һүҙмә-һүҙ «бер тән».
Һүҙмә-һүҙ «бер тән».
Һүҙмә-һүҙ «бер ҡамытҡа еккәнде».
Грекса порне́йа. Һүҙлекте ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «алашарҙар». Һүҙлекте ҡ.