Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

15-СЕ ДӘРЕС

Нисек өлкәндәр йыйылышҡа хеҙмәт итәләр?

Нисек өлкәндәр йыйылышҡа хеҙмәт итәләр?

Финляндия

Өйрәтеү

Көтөүсе вазифаһын үтәү

Вәғәзләү

Беҙҙең ойошмала башҡарған эштәре өсөн аҡса алған дин башлыҡтары юҡ. Ләкин, беренсе быуаттағы йыйылышта булған кеүек, тәжрибәле күҙәтеүселәребеҙ бар. Улар Алла йыйылышын ҡайғыртыр өсөн билдәләнгән (Ғәмәлдәр 20:28). Был өлкәндәр — йыйылышта үҙ өҫтәренә етәкселек алған рухи яҡтан етлеккән ир-аттар. Улар «Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләге менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән» көтәләр (1 Петр 5:1—3). Улар беҙҙең именлегебеҙ хаҡына ниндәй эштәр башҡара?

Улар беҙҙең хаҡта ҡайғырта һәм беҙҙе яҡлай. Өлкәндәр йыйылышҡа Изге Яҙмаға нигеҙләнгән етәкселек бирә һәм уны рухи зыяндан яҡлай. Үҙҙәренә шундай яуаплы вазифа тапшырылғанын аңлап, өлкәндәр Алла халҡы өҫтөнән хакимлыҡ итмәй, киреһенсә, улар беҙҙең имен һәм шатлыҡлы булыуыбыҙ өсөн барыһын эшләй (2 Коринфтарға 1:24). Көтөүендәге һәр һарығын белгән ҡайғыртыусан көтөүсе кеүек, өлкәндәр ҙә йыйылыштың һәр ағзаһын яҡшыраҡ белергә тырыша (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:23).

Улар беҙҙе Алланың ихтыярын үтәргә өйрәтә. Иманыбыҙҙы нығытыр өсөн, өлкәндәр аҙна һайын йыйылыш осрашыуҙарын үткәрә (Ғәмәлдәр 15:32). Был тоғро ир-аттар шулай уҡ, беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеп һәм беҙҙе вәғәздең бар төрҙәрендә ҡатнашырға өйрәтеп, вәғәз эшендә үҙ өҫтәренә етәкселек ала.

Улар һәр беребеҙгә иғтибарлы. Өлкәндәр йыйылыштың һәр ағзаһының рухи ихтыяжы хаҡында ҡайғырта. Улар, беҙгә ярҙам итер өсөн һәм беҙҙе Изге Яҙма нигеҙендә йыуатыр өсөн, беҙҙең менән өйөбөҙҙә йәки Батшалыҡ залында һөйләшеп алырға мөмкин (Яҡуб 5:14, 15).

Йыйылышта башҡарған эштәрҙән тыш, күпселек өлкәндәргә шулай уҡ эшләргә һәм ғаиләләре тураһында ҡайғыртырға кәрәк. Бының барыһы ла ваҡыт һәм иғтибар талап итә. Был тырыш ағай-ҡәрҙәштәр һис шикһеҙ хөрмәтебеҙгә лайыҡ (1 Фессалоникаларға 5:12, 13).

  • Өлкәндәр йыйылышта ниндәй вазифа үтәй?

  • Өлкәндәр һәр беребеҙгә нисек ҡыҙыҡһыныу күрһәтә?