Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

7-СЕ ДӘРЕС

Беҙҙең йыйылыш осрашыуҙарыбыҙ нисек үтә?

Беҙҙең йыйылыш осрашыуҙарыбыҙ нисек үтә?

Яңы Зеландия

Япония

Уганда

Литва

Беренсе мәсихселәр осрашыуҙарында йырҙар йырлағандар, доға ҡылғандар һәм, Изге Яҙманы уҡып, фекер алышҡандар (1 Коринфтарға 14:26). Быларҙың бырыһы бер ниндәй ҙә йола менән бәйле булмаған. Беҙҙең дә осрашыуҙарыбыҙ тап шулай үтә.

Изге Яҙмаға нигеҙләнгән файҙалы өйрәтеү. Ғәҙәттә шәмбе йәки йәкшәмбе көндө һәр йыйылышта 30-минутлыҡ Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәр яңғырай. Был телмәр Изге Яҙмала яҙылғандар тормошобоҙ һәм беҙ йәшәгән ваҡыт менән нисек бәйле икәнен күрһәтә. Шиғырҙар уҡылғанда, беҙ бөтәбеҙ ҙә Изге Яҙманы асып, күҙәтеп барырға саҡырылабыҙ. Телмәрҙән һуң бер сәғәтлек Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн мәҡәлә буйынса фекер алышыу үткәрелә. Һәр теләгән кеше фекер алышыуҙа ҡатнаша ала. Был фекер алышыу беҙгә Изге Яҙмалағы принциптарҙы тормошобоҙҙа ҡулланырға ярҙам итә. Бөтә донъя буйынса 110 000-дән артыҡ йыйылыштарҙың һәр береһендә бер үк материал ҡарала.

Өйрәтеү оҫталығын үҫтерәбеҙ. Беҙ шулай уҡ аҙна уртаһында бергә йыйылабыҙ. Был осрашыу өс өлөштән тора һәм «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» тип атала. Ул ай һайын сыға торған баҫмаға «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» тигән эш дәфтәренә нигеҙләнгән. Осрашыуҙың беренсе өлөшө «Алла Һүҙендәге хазиналар» тип атала. Был осрашыуҙың өлөшө беҙгә Изге Яҙмалағы билдәле бер өҙөктө яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Йыйылыш ул өҙөктө алдан уҡып килә. Осрашыуҙың «Хеҙмәт итеү оҫталығын яҡшыртабыҙ» тигән икенсе өлөшө үҙ эсенә сәхнәләштереүҙәр ала. Улар ярҙамында беҙ башҡалар менән Изге Яҙма нигеҙендә фекер алышырға өйрәнәбеҙ. Кәңәш биргән ағай-ҡәрҙәш беҙгә уҡыу һәм һөйләү оҫталығын яҡшыртырға ярҙам итә (1 Тимофейға 4:13). Осрашыуҙың «Мәсихсе тормошобоҙ» тигән һуңғы өлөшөндә беҙ Изге Яҙмалағы принциптарҙы көндәлек тормошобоҙҙа ҡулланырға өйрәнәбеҙ. Осрашыуҙың был өлөшө һорау-яуап рәүешендә үтә. Унда ҡарап сығылған материал Изге Яҙманы тәрәнерәк аңларға ярҙам итә.

Беҙҙең йыйылыштарҙа бик сифатлы өйрәтеү үткәрелә. Йыйылыштарҙың береһенә килеп, һеҙ үҙегеҙ быға инана алаһығыҙ (Ишағыя 54:13).

  • Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙары нисек үтә?

  • Һеҙ аҙна һайын үткәрелгән осрашыуҙарҙың ҡайһыһына килергә теләр инегеҙ?